Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 08:30

Яңы шарттарҙа - Рәсәй образы

"Урал аръяғы-2022" инвестиция һабантуйы барышында "Эшлекле партнерҙы дискредитациялау шарттарында Рәсәй образы" сессияһы уҙҙы

Яңы шарттарҙа - Рәсәй образы
Яңы шарттарҙа - Рәсәй образы

Сессияла ҡатнашыусылар яңы шарттарҙа Рәсәй образын формалаштырыу үҙенсәлеген, кире мәғлүмәт баҫымын һәм илебеҙҙә эшләгән сит ил бизнесының үҙгәреүсән хәлгә реакцияһын, шул иҫәптән Рәсәй баҙарынан китеү тураһында мәжбүри ҡарарҙарҙы тикшерҙе. Көсөргәнешле сикләү шарттарында уларҙы еңеп сығыу өсөн ижади алымдар һәм үҙ-ара ярҙам итеүҙең яңы юлдарын эҙләү, яңы баҙарҙар асыу, эшлекле әүҙемлекте һаҡлап ҡалырға ынтылыу һәм бизнесты намыҫлы алып барыу бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дискуссия модераторы - Рәсәй актеры Алексей Гаврилов.

Ғәрәп медиаселтәренең Евразия бюроһы башлығы Әбдел Мунем Сәләм фекере иғтибарға лайыҡ:

 - Рәсәй сираттағы русофобия һөжүменә дусар ителә, әммә дөйөм гибрид һуғышы тип аталған яңы тәьҫир итеү алымдарын ҡулланып, был Рәсәйҙең 1980-се йылдар уртаһынан көнбайышта ҡулланылған ҡиммәттәрҙән баш тартыу һөҙөмтәһе булды, - тип үҙ ҡарашы менән уртаҡлашты ул. - Көнбайыш аудиторияның менталитетын, уның ихтыяждарын иҫәпкә алғанда, бында яңы ҡараш кәрәк. Һәм, әлбиттә, Рәсәй менән дуҫ илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары менән әүҙемерәк берләшергә, улар менән берҙәм медиа киңлеген булдырырға кәрәк, - тип йомғаҡланы Сәләм.

"Раша Партнерз Эвайзерс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестициялар буйынса өлкән менеджеры Станислав Митрофанов белдереүенсә, күп йылдар дауамында сит ил инвесторҙары менән Рәсәй бизнесы араһында үҙ-ара эш итеүҙең (ҡағиҙә булараҡ, уртаса) һумдарҙа ирекле иҫәп-хисап тәьмин иткән офшор компаниялары аша ҡоролоуын иҫкә төшөрҙө. Һуңынан улар шарттарҙы көсәйтеү сәбәпле икенсе планға күсте, һәм Рәсәй эшҡыуарҙары яңы варианттар эҙләй башланы - мәҫәлән, Дубайға күсеү - йәки туған баҙарына ҡайтыу.

Уның һүҙҙәренсә, "изге урын буш тормай", рәсәйҙәргә социаль селтәрҙәр һәм күп кенә мобиль ҡушымталар асыҡ булмаған осраҡта, беренсе планға стартаптар сыға, улар күп, һәм быларҙың барыһын да аҡсаға әйләндерергә мөмкин, сөнки "IT-секторҙа” Рәсәй үҙенең һәләттәре менән дан тота.

Һис шикһеҙ, ауыр шарттарҙа ла Рәсәй үҙ образын юғалтмаясаҡ, киреһенсә донъя баҙарында яңыса балҡыясаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

 

.

Яңы шарттарҙа - Рәсәй образы
Яңы шарттарҙа - Рәсәй образы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: