«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә тағы ике предприятие - "Акрос РБ" һәм "Сталькон" ҡорос конструкциялар заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектына ҡушылды. Форумда улар менән милли проект сараларын тормошҡа ашырыу буйынса үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. БР Хөкүмәте исеменән ҡултамғаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡуйҙы.
- “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты предприятиеларҙа яңы етештереү мәҙәниәтен булдырыуҙы тәьмин итә. Килешеүгә ҡул ҡуйыу предприятиеларҙың милли проектты ғәмәлгә ашырыуға инеү документы булып тора. Унда ҡатнашыу хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге эксперттар ярҙамында етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн алдынғы идара итеү, ойоштороу һәм технологик ҡарарҙар индереүҙе дәртләндерергә мөмкинлек бирә. Етештереүҙе яңыртыуға, реновациялауға һәм үҫтереүгә көстәрҙе яңынан бүлергә мөмкинлек бирә, - тине Рөстәм Моратов.
«Акрос РБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы техникаһының запас частарын һәм агрегаттарын етештереү, капиталь-тергеҙеү ремонты һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәр башҡара. «Акрос РБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәттәренең төп ҡулланыусыһы - Башҡортостан аграрийҙары. Предприятие республиканың ауыл хужалығы матди-техник ресурстар баҙарында һигеҙ йылдан ашыу эшләй.
«Сталькон» ҡорос конструкциялар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тауыштан һаҡлаған экрандар әҙерләүсе булып тора. Предприятиела Рәсәйҙең бөтә территорияһы буйлап төрлө объекттар - Рәсәй тимер юлдары, федераль һәм төбәк автомобиль юлдары, шулай уҡ ҡорамалдарҙан шау-шыу кәметеү талап ителгән производство территориялары өсөн продукция етештерелә. Завод баҙарҙа дүрт йылға яҡын эшләй, Рәсәй Федерацияһының 16 төбәгенә тауар оҙата.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2022 йылдың 2-4 июнендә Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында IV«Урал аръяғы-2022» дүртенсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтте. Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторҙо.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.