Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Июнь 2022, 14:05

«Экодолье» һәм «Астраком» йәмғиәттәре менән килешеүҙәр төҙөлдө

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Экодолье» менән «Астраком» йәмғиәттәре инвесторҙары араһында ике килешеү төҙөлдө.

«Экодолье» һәм «Астраком» йәмғиәттәре менән килешеүҙәр төҙөлдө
«Экодолье» һәм «Астраком» йәмғиәттәре менән килешеүҙәр төҙөлдө

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2022 йылдың 2-4 июнендә Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2022» IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙҙы. Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторҙо.

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Экодолье» менән «Астраком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре инвесторҙары араһында инвестиция ниәттәре тураһында ике килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйҙы.

«Экодолье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - элекке Күмертау күмер киҫелеше күле биләмәһендә туристик экологик парк булдырырға ниәтләгән компания, ул экопарк һәм глэмпинг йүнәлешен үҙ эсенә ала. 2021 йылдың 30 декабрендә предприятие «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты булған. Инвестиция проектының хаҡы 75,9 миллион һум тәшкил итә, 10 эш урыны булдырыу күҙаллана.

«Астраком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - радиоэлемтә ҡорамалдарын стандарт талаптарына һәм ҡорамалдарҙың техник характеристикаларын билдәләгән башҡа норматив документацияға ярашлылыҡта үлсәү (һынау) үткәреү буйынса предприятие.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: