Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Июнь 2022, 13:00

Төрөк бургерҙарын ашаясаҡбыҙ

Ошо өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Төрөк бургерҙарын ашаясаҡбыҙ
Төрөк бургерҙарын ашаясаҡбыҙ

3 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән Төркиә компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Килешеүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты - биш йыл.

- Nevco Holding беҙҙең республика биләмәһендә йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары селтәрен үҫтереү буйынса проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй, - тине  Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Уның маҡсаты - Башҡортостанда йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары селтәрен асыуға бәйле проекттарҙы тормошҡа ашырыу, партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу һәм оҙайлы ваҡыт үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Nevco Holding - Истанбулда барлыҡҡа килгән компанияларҙың береһе. Холдинг аҙыҡ-түлек һәм туризм өлкәһендә эшләй. Ercan Steakhouse, Ercan Burger, Ercan Pizza, Misscrispy һәм Makarnaval, Ercan Steakhouse донъялағы иң ҙур ит ресторандарының береһе булып тора.

Һуңғы йылда Ercan Burger холдингы Төркиәлә иң тиҙ үҫешкән компанияларҙың береһенә әүерелгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: