Иҡтисад
6 Июнь 2022, 18:45

Бизнесҡа ярҙам саралары тикшерелде

“Урал аръяғы-2022” дүртенсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында “Бизнесты һаҡлауҙа һөҙөмтәле инструменттар: көйләү сәйәсәте һәм көйләү йоғонтоһон баһалау” сессияһы уҙҙы.

Бизнесҡа ярҙам саралары тикшерелдеБизнесҡа ярҙам саралары тикшерелде
Бизнесҡа ярҙам саралары тикшерелде

Сибайҙа “Урал аръяғы-2022” дүртенсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында 3 июндә “Бизнесты һаҡлауҙа һөҙөмтәле инструменттар: көйләү сәйәсәте һәм көйләү йоғонтоһон баһалау” сессияһы уҙҙы. Уны Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошторҙо.

Сессияның модераторы булып Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин сығыш яһаны. Фекер алышыуҙы асып, ул, көйләү сәйәсәте һәм көйләү йоғонтоһон баһалау – ул норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләү, ҡабул итеү һәм ҡулланыу этаптарында административ кәртәләр менән көрәштең төп ҡоралдары, тип билдәләне. Санкция баҫымы шарттарында был инструменттар, бизнесты яҡлауҙың башҡа механизмдары кеүек үк, уның бөтә тормош циклында ла айырым көнүҙәклек алды. Шулай уҡ ул “гильотина” урынына “скальпель” төшөнсәһен ҡулланырға тәҡдим итте, сөнки был ҡорал бизнесҡа артыҡ административ баҫым эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итә.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Зөлфиә Ғүмәрова йыйылыусыларҙың барыһын да сәләмләне һәм сессия спикерҙарына ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе, дәүләтселек институттары булараҡ көйләүселәр күп йылдар дауамында булыуын, әммә һуңғы йылдарҙа бизнес мәнфәғәттәрен әүҙемерәк иҫәпкә алыуын билдәләне.

2020 йыл йомғаҡтары буйынса көйләү гильотинаһы сиктәрендә 12 меңдән ашыу норматив-хоҡуҡи акт, шул иҫәптән совет осорондағы туғыҙ мең акт бөтөрөлдө, һәм был реформа 39 дәүләт ведомствоһына ҡағылды, тине Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Көйләү сәйәсәте һәм көйләү йоғонтоһон баһалау департаменты директоры урынбаҫары Александр Шамрай. Уның һүҙҙәренсә, әлегә гильотин сиктәрендә ҡайтанан ҡаралмаған акттар эшҡыуарлыҡ һәм эксперт берләшмәһе ҡатнашлығында ҡайтанан нәшерләнеүен дауам итә.

Краснодар крайының Инвестициялар һәм бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты етәксеһе урынбаҫары Татьяна Гончарова Краснодар крайының “Мотлаҡ талаптар реестры” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының төбәк сегментын пилот файҙаланыуҙа ҡатнашырға хәл итеүен иҫкә төшөрҙө. Уның һүҙҙәренсә, һәр төбәктең бизнесты үҫтереү буйынса үҙенсәлеге бар, әммә һуңғы ваҡытта үҙмәшғүлдәр һанының артыуы күҙәтелә: Кубанда уларҙың һаны 3,6 тапҡырға артып, 208 мең кеше тәшкил итә. Уның һүҙҙәренсә, төбәк Хөкүмәте 2022 йылға кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларында мәшғүлдәр һанын һаҡлап ҡалыу бурысын ҡуйған.

– Бизнес һәм власть мәнфәғәттәре араһында тигеҙлек булдырабыҙ, бизнес фекерен иҫәпкә алырға тырышабыҙ һәм әлеге ваҡытта төбәгебеҙ өсөн көйләүсе механизм төҙөгәнбеҙ, камиллыҡтың сиге юҡ, – тине Т. Гончарова.

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡты яҡлау өсөн ҡануниәткә күп үҙгәрештәр индерелә, шул иҫәптән коронавирус пандемияһы осоронда ҡабул ителгәндәре (2,5 миллион тикшереү сараһына ҡағылған мораторий индереү һәм лицензияны автоматик рәүештә оҙайтыу). Уның һүҙҙәренсә, хәҙер, иҡтисадтағы санкциялар арҡаһында хәл насарайғас, был сараларҙы оҙайтырға кәрәк, сөнки “был да бизнесҡа ярҙам инструменттары”.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дәүләт хеҙмәттәре һәм функциональ анализ департаментының дәүләт хеҙмәттәре һәм контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге мөдире Радик Йәләлетдинов төбәктең мотлаҡ талаптар реестрын булдырыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ошо реестрҙы булдырыу 2020 йылда уҡ республика биләмәһендә көйләүсе гильотина механизмын тормошҡа ашырыу барышында башланды, был процеста дәүләт контролен бойомға ашырыуға республиканың бөтә вәкәләтле башҡарма власть органдары ҡатнашты, тине ул. Бөгөнгө көндә ошондай 15 орган иҫәпләнә һәм улар дәүләт контроленең 28 төбәк һәм биш федераль төрөн ғәмәлгә ашыра.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, төбәк мотлаҡ талаптар тураһында федераль мәғлүмәт системаһын тултырыу буйынса пилот проектында ҡатнаша.

– Эшҡыуарлыҡҡа кире йоғонто хәүефен кәметеү өсөн һәр контроль-күҙәтеү органы алдында дәүләт күҙәтеүе буйынса эште мөмкин тиклем ябайлаштырыу бурысы тора. Иҫкәртеү саралары менән шөғөлләнеү мөһим - тәү сиратта бизнес өсөн яуаплылыҡ саралары тураһында мәғлүмәт биреү юлы менән, – тип иҫәпләй министр.

Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Зөлфиә Ғүмәрова, Башҡортостан бизнесы норматив-хоҡуҡи акттар проекттарының көйләү йоғонтоһон баһалауҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш, тип белдерҙе.

"Эшлекле Рәсәй"ҙең Мәскәү бүлексәһе советы ағзаһы Наталья Демченко сессияның абруйлы ҡунағы булды. Ул Башҡортостандың бизнес мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса әүҙем эшмәкәрлеген хупланы.

Сессия эшендә эшҡыуарҙар, федераль һәм республика башҡарма власть органдары вәкилдәре, бизнес-шерифтар ҙа ҡатнашты.

Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас