Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июнь 2022, 21:30

Эш башланды ла!

Яңы ғына Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанға барып ҡайтҡайны, ә бөгөндән аныҡ эштәр башланды.

Эш башланды ла!
Эш башланды ла!

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың эшлекле даирәләре делегацияһы менән осрашты. Республикала үзбәк инвесторҙары аҡсаһына газ баллоны ҡорамалдары, еңел автомобилдәр амортизаторҙары етештереү буйынса заводтар төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.

– Һеҙҙең менән эшлекле шарттарҙа уртаҡ пландарыбыҙҙы тикшерергә теләнек, – тине Радий Хәбиров. – Мәҫәлән, “ГазРесурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы республикабыҙ баҙарында уңышлы эшләүен һәм үҙ бизнесын артабан үҫтерергә ниәтләүен беләм. Бындай ҡарашты хуплайбыҙ, Үзбәкстан партнерҙарына булышлыҡ итергә әҙербеҙ. 16 майҙан 18-нә тиклем Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанда булды. Беҙ республика һәм уның төбәктәре етәкселеге менән һөҙөмтәле осрашыуҙар үткәрҙек, Башҡортостандың инвестиция ҡеүәтен күрһәттек. Был хәҙерге Башҡортостан тарихында ҙур бизнес-миссия булды. Ошо сәфәр барышында дөйөм суммаһы яҡынса 200 миллион долларлыҡ 19 килешеү төҙөлдө.

“ГазРесурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойошторған Кудрат Абдуллаев Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған инвестиция проекттары хаҡында һөйләне.

– 2020-2021 йылдарҙа Нефтекамала, Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондарында дүрт автомобилгә газ ҡойоу станцияһы төҙөнөк, – тип хәбәр итте Кудрат Абдуллаев. – Киләсәктә йыл һайын биш автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһын сафҡа индерергә планлаштырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда Рәсәйгә комплектлаусы ҡорамалдар килтереүгә сығымдарҙы кәметеү өсөн газ баллоны ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөргә әҙербеҙ.

“KIK” амортизаторҙар етештереү заводы директоры Шерзод Турсунов Башҡортостанда ошондай уҡ предприятие булдырыуҙың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне.

– Белгестәребеҙ төрлө ҡатмарлылыҡтағы автомобилдәр өсөн деталдәрҙе ҡыҫҡа ваҡытта әҙерләү мөмкинлеге биргән өр-яңы моделдәр әҙерләү технологиялары буйынса эшләй, – тип билдәләне Шерзод Турсунов.

Үзбәкстан инвесторҙары менән осрашыуҙа баҡыр мәғдәндәрен сығарыу һәм эшкәртеү, шулай уҡ Өфөлә торлаҡ комплексы төҙөү мәсьәләләре айырым ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы профилле министрлыҡтарға, муниципалитеттарға инвестиция проекттарын өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереп, сәнәғәт предприятиелары төҙөлөшөнә ер участкалары бүлеү буйынса мәсьәләләрҙе ҡарарға ҡушты.

– Башҡортостанда яңы предприятиелар булдырыуға формаллек ҡамасауламаһын өсөн, беҙҙең бурыс – проект документацияһын тиҙ арала тултырыуҙа инвесторҙарға ярҙам итеү. Һөҙөмтәлә республика кешеләре өсөн яңы эш урындары булдырыласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Аҙаҡ ул был турала социаль селтәрҙәрҙә лә яҙып, фекерҙәре менән уртаҡлашты.

“Бөгөн Өфөлә Үзбәкстандың эшлекле даирәләре делегацияһын ҡабул итәбеҙ. Был илгә сәфәребеҙҙең эҙҙәре буйлап аныҡ мәсьәләләрҙе тикшерә лә башланыҡ. Төҙөлөш, баҡыр сығарыу һәм эшкәртеү, машиналар эшләү өлкәләрендәге проекттар хаҡында һүҙ барҙы. Үзбәкстан инвесторҙары беҙҙең республикала газ баллоны ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөргә һәм газ автозаправкалары селтәрен үҫтерергә ниәтләй.

Ошо проекттарҙың һәр береһен ентекле өйрәнәбеҙ. Ер участкалары менән ярҙам итеү, документтар әҙерләү тураһында һөйләшеп килештек. Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡбыҙ. Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға сәфәренән файҙалы эш коэффициенты ҙур булыр тип көтәбеҙ. Эште дауам итәбеҙ”, - тип яҙҙы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: