Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июнь 2022, 13:15

Етештереүселәрҙе конференцияға саҡыралар

Маҡсат - етештереүселәрҙең тауарын сауҙа селтәрҙәренә сығарыу.

Етештереүселәрҙе конференцияға саҡыралар
Етештереүселәрҙе конференцияға саҡыралар

9 июндә Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән “Башҡортостан продукты” проекты республикалағы етештереүселәр өсөн “Магнит” поставкалаусылар көнө” сауҙа-һатып алыу конференцияһы үткәрә.

Сара Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” майҙансығында уҙғарыла. Уның маҡсаты – республикалағы етештереүселәрҙең тауарын федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәренә сығарыу буйынса һөйләшеүҙәр ойоштороу.

– Конференция ритейл вәкилдәре менән етештереүселәрҙең һөҙөмтәле аралашыу алымын тәшкил итә. Бындай саралар уҙ-ара файҙалы килешеүҙәргә өлгәшеү мөмкинлеген бирә, – тине сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Конференция барышында ритейл менән хеҙмәттәшлек шарттарын тикшереү, сауҙа селтәрҙәренең продукцияға талаптарын асыҡлау, сауҙа компаниялары менеджерҙары менән аралашыу планлаштырыла. Унда аҙыҡ-түлек һәм башҡа продукция етештереүселәр саҡырыла. Сарала ҡатнашыу бушлай.

Фото: vk.com/wall-143742041_4171

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: