Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июнь 2022, 13:45

Финанс грамоталылығын күтәрәм тиһәң...

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, иртәгә финанс грамоталылығына  уҡытыуҙа уйын технологияларын ҡулланыу тураһында онлайн-вебинар үткәрелә.

Финанс грамоталылығын күтәрәм тиһәң...
Финанс грамоталылығын күтәрәм тиһәң...

7 июндә 14.00 сәғәттән Юғары иҡтисад мәктәбенең Фәнни-тикшеренеү университетының федераль-методик үҙәгендә семинар уҙғарыла. Ул “Финанс грамоталылығына өйрәтеүҙә уйын технологияларын ҡулланыу” темаһына арналған, тип белдерә Башҡортостандың финанс министрлығы.

- Финанс грамоталылығы  финанс һәм шәхси һаҡламға йыйылған аҡсалар өлкәһендә белем кимәлен билдәләй. Ул иһә иҡтисади хәлде баһаларға һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә булышлыҡ итә. Йәғни килем һәм сығым иҫәбен алып барырға, артыҡ бурыстан ҡасырға, һаҡлыҡ аҡсаһы булдырырға, шәхси ҡаҙнаны планлаштырырға, финанс сараларҙы аңларға, тупланма һәм страховка сараларын ҡулланырға.

- Халыҡтың финанс грамоталылығы кимәленә күп осраҡта илдең иҡтисади үҫеше лә бәйле. Был вебинар йәш эшҡыуарҙарға, педагогтарға, ата-әсәләргә һәм барлыҡ финанс белем кимәлен күтәрергә теләүселәргә файҙалы буласаҡ, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Вебинарҙа төрлө уйын формалары, асыҡ дәрестәр һәм финанс грамоталылығына өйрәтеүгә ҡоролған башҡа саралар ҡаралған. Төрлө йәштәгеләр өсөн ошо тематика буйынса компьютер һәм өҫтәл уйындары ойошторола.
 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: