Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июнь 2022, 13:15

Иҡтисадыбыҙ үҫешә

Беҙҙең күрһәткестәр уртаса Рәсәй һәм Волга буйы федераль округынан юғарыраҡ. 

Иҡтисадыбыҙ үҫешә
Иҡтисадыбыҙ үҫешә

Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр ваҡыттағыса иҡтисад үҫешенә бәйле һуңғы һандар менән таныштырҙы.

Уның белдереүенсә, 2022 йылдың дүрт айында Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 105,7 процент тәшкил иткән. Радий Фәрит улы белдереүенсә, был уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ, шулай уҡ Волга буйы федераль округы күрһәткестәренән дә ҙурыраҡ.

– Тимәк, беҙҙең иҡтисад үҫешә тигән һүҙ. Бөтә коллегаларға ла хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: