Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июнь 2022, 18:30

Көн ҡаҙағында – юл буйы сервисы

Халыҡҡа республика буйлап сәйәхәт итеү уңайлы булырға тейеш...

Көн ҡаҙағында – юл буйы сервисы
Көн ҡаҙағында – юл буйы сервисы

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә юл буйы сервисын үҫтереү мәсьәләһе буйынса фекер алыштылар. Кәңәшмәлә ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, ошо тармаҡты үҫтереү өсөн яуаплы ведомстволарҙың етәкселәре ҡатнашты.

Андрей Назаров әйтеүенсә, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы муниципалитеттар һәм башҡа ойошмалар менән берлектә юл буйы объекттарына аудит үткәрҙе. Уның һөҙөмтәһе буйынса ошондай объекттарға ихтыяж булған участкалар билдәләнде. Күсмә юл буйы сервисы объектын урынлаштырыу өсөн 34 локацияны үҙ эсенә алған исемлек төҙөлдө.

Кәңәшмәлә сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарған Азат Асҡаров республикала модулле конструкцияларҙан юл буйы сервисы объекттары төҙөү, уларҙы урынлаштырыу, ошо өлкәләге инвестиция эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Башҡортостандағы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов юл буйы сервисындағы инвестиция проекттарын үҫтереү барышы тураһында телмәр тотто.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә ошо теманы телгә алды.

“Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары республика буйлап бөтә уңайлыҡтар менән сәйәхәт итергә тейеш, шуға күрә беҙ заманса юл буйы сервисы объекттарын ғәмәлгә индереү йәһәтенән эш алып барабыҙ. Әле участкалар һайланған, дөйөм инвестиция күләме һигеҙ миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 70 проектты тормошҡа ашырыу буйынса инвесторҙар менән бәйләнеш яйға һалынған.

Күсмә объекттың милли айдентика файҙаланылған типовой форматы эшләнгән; кафе кәмендә 10 урынға иҫәпләнә. Тиҙ ҡорола торған сервис объекттары төҙөүгә субсидия биреү тәртибен раҫланыҡ, ҡарарға ҡул ҡуйҙым. Инвестор сығымдың 70 процентын ҡаплап, ете миллион һумға тиклем алыу мөмкинлегенә эйә.  

Эштең һәр этабында инвестиция проекттарын Башҡортостандағы Үҫеш корпорацияһы белгестәре оҙатып барасаҡ; улар майҙансыҡ һайлауҙа, бизнес-план төҙөүҙә, власть органдары менән бәйләнеш булдырыуҙа һәм дәүләт ярҙамын алыуҙа ярҙам итәсәк. Һәр проектҡа айырым менеджер беркетелә”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news, https://vk.com/agnazarov.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в