Башҡортостанда агро-сәнәғәт комплексы инвесторҙарына проект-смета документацияһын төҙөүгә киткән сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплаясаҡтар. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге ултырышта ошондай ҡарар ҡабул ителде.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан өҫтөнлөклө проекттарға ингән агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге инвестпроекттарға проект-смета документацияһын төҙөүгә киткән сығымдарҙың туҡһан проценты ҡапланасаҡ.
“Республиканың агро-сәнәғәт комплексы инвестициялар йәлеп итеү буйынса һәр ваҡыт яҡшы темп күрһәтте. Бөгөн 190 миллиард һумлыҡ 115 проект ғәмәлгә инеүе көтөлә. Дөйөм суммаһы 117 миллиард һум тәшкил иткән 62 өҫтөнлөклө проект әүҙем тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта санкциялар сикләүҙәре сәбәпле барлыҡҡа килгән ҡатмарлы иҡтисади хәлгә күрә, төҙөлөш ресурстарына хаҡтар күтәрелде. Ошоно күҙ уңында тотоп, агросәнәғәт комплексына көрсөк саралары сиктәрендә уңайлы шарттар булдырыр кәрәк”, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов билдәләүенсә, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә әҙер проекттарҙың 90 проценты тормошҡа ашырыла.
“Мал үрсетеү комплекстарын төҙөү буйынса тормошҡа ашырылған инвестпроекттарҙа бөгөн һөт һәм ит етештереү тотороҡло үҫеш кисерә. Ә үҫемлек майын етештереү буйынса проекттар төбәк ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмай, экспортҡа ла эшләй. Быйыл етди инвестициялар һалынған шәкәр заводтары ла тулы ҡеүәткә эшләй башлаясаҡ”, - тине министр.
Ул шулай уҡ инвесторҙарға проект-смета документацияһын төҙөүгә киткән сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау аграрийҙарға стимул буласағын билдәләне.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.