Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июнь 2022, 14:30

“Ҡатмарлы мәлде бергә йырып сығырбыҙ”

"Беҙҙе нимә көтә? Бөтә тармаҡтарҙағы кеүек, сауҙала ла хәл ҡатмарлы".

“Ҡатмарлы мәлде бергә йырып сығырбыҙ”
“Ҡатмарлы мәлде бергә йырып сығырбыҙ”

Башҡортостанда быйылғы ғинуар - апрель айҙарында ваҡлап һатыу әйләнеше 362 миллиард һум тәшкил иткән. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 3,4 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә РБК-Өфө, Росстат докладындағы мәғлүмәттәргә таянып.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары, “Башҡортостан ҡулланыусылар союзының сауҙа йорто” йәмғиәте  директоры Виталий Черевков әйтеүенсә, үткән йылдың ошо осорона ҡарата үҫеш ысын мәғәнәһендә үҫеште аңлатмай, ”был бары аҡса массаһының ғына үҫеше”.

"Был хәл тауар әйләнешендә февраль-март айҙарында тауарҙарҙың төп төрҙәрен халыҡтың күпләп һатып алыуы менән бәйле. Ярма, шәкәр, тоҙ һатыу күләме аҙаҡ ҡырҡа кәмене. Ҡайһы бер тауарҙар үткән йыл менән сағыштырғанда ҡиммәтләнде", - тине эксперт.

Виталий Черевковтың фекеренсә, ваҡлап һатыу сауҙаһы – иҡтисадтың иң ныҡ зыян күргән тармаҡтарының береһе, был социаль әһәмиәтле тауарҙарға өҫтәмә хаҡтарҙы сикләү һәм логистика мәсьәләләре менән аңлатыла.

"Ритейлдың килеме кәмене, был шул иҫәптән санкциялар менән дә бәйле. Сауҙа селтәренә ниндәйҙер тауар килтереү, яңыртыу йәки яңы ҡорамал алыу өсөн күберәк аҡса тотонорға тура килә. Европа менән тауар алмашыу буйынса транспорт бәйләнеше боҙолдо, транспорт хеҙмәттәре ҡиммәтләнде. Бынан тыш, ҡорамалдарҙың күпселеге сит илдә етештерелгән.

Тауарҙарҙың төп төрҙәренә минималь хаҡтар тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Беҙҙе нимә көтә? Бөтә тармаҡтарҙағы кеүек, сауҙала ла хәл ҡатмарлы. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы – бик көслө ойошма. Улар, һәр ваҡыттағыса, хәл итеү юлдарын табыр, яңы шарттарға яраҡлашыр. Халыҡ та беҙҙең әүҙем, йәшелсәһен дә, картуфын да ултырта, Рәсәйҙә һәр саҡ шулай көрсөктән сыға алдылар. Ритейл да яңы шарттарға ҡулайлашыр. Ҡатмарлы осорҙо бергәләп йырып сығырбыҙ тип ышанам", - тине Виталий Черевков.

Фото:https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/459857/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в