Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, уның беренсе урынбаҫары Лена Изотова, Рәсәй Экспорт үҙәгенең Өфөләге вәкиллеге етәксеһе Ренат Маняпов, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитов, Рәсәй Экспорт үҙәге Экспорт мәктәбенең акселерация программалары буйынса директоры Татьяна Андреева ҡатнашлығында “Экспорт форсажы” махсуслашҡан тармаҡ акселерация программаһы проекттарын яҡлау сараһы үтте.
31 майҙа тамамланған акселерация программаһында 15 компания ҡатнашты: “Өфөмебель”, “Велес”, “Ураллесэкспорт”, “Профлес”, “МЕБЕЛЬНЫЙ ДВОР”, “Уфастройснаб”, “Мәсетле Урман», “Артифекс”, Компания “Элит и Ко”, “Транс Терминал Лес”, “Содружество Урал”, “Альпийский”, “Амик”, “ПМК”, “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре. Уҡыу һигеҙ модуль буйынса ойошторолған.
Мәғлүм булыуынса, 2021 йылда төбәктең Экспортҡа ярҙам үҙәге Рәсәй Экспорт үҙәге менән берлектә илдә тәүгеләрҙән булып тармаҡ акселерация программаларына ярашлы дүрт пилот проектын ғәмәлгә ашыра башланы. 2021 йыл аҙағында нефть-газ ҡорамалдары буйынса беренсе ағымы үткәрелгән.
Әле уҙғарылған ете акселерация программаһы ағымы буйынса төҙөлгән контракттар күләме 4,86 миллион долларға тиң. 28 компаниянан бөтәһе 78 контракт.
Маргарита Болычева белдереүенсә, быйыл да уҡытыу дауам ителәсәк. Лена Изотова экспортҡа тауар оҙатыуға бәйле сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау буйынса ярҙам күрһәтеү ҙә туҡталмаясаҡ.
Предприятиелар сит ил баҙарына сығыу проекттары менән таныштырҙы. Мәҫәлән, “Беренсе мебель компанияһы” йәмғиәте Төркиә һәм Ливан буйынса экспорт контракттары төҙөү план өҫтөндә эшләй, ә “Өфөмебель” йәмғиәте – Төркиә, Ҡаҙағстан һәм Беларусь баҙарҙары йүнәлешендә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.