

Өфөнән Көнсығыштан сығыу юлының төньяҡ тоннеле тулыһынса асылған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов белдерҙе.
"Төҙөүселәрҙе төҙөлөштөң сираттағы этабын тамамлауҙары менән ҡотлайым, – тине Рәйеф Әбдрәхимов. – Ғөмүмән, эш пландағыға ҡарағанда күпкә алда бара, шул иҫәптән тоннелде яһау ҙа беҙ күҙаллағандан иртәрәк - бер ай алдан бойомға ашырылды".
Хәҙер төньяҡ тоннель көнбайыш порталдан (Салауат Юлаев проспектында) алып көнсығыш яҡҡа (Өфө йылғаһы ярҙары) тиклем тулыһынса асылды.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.