Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июнь , 15:30

"Юл төҙөлөшө темпын һәм сроктарын һаҡлау мөһим”

6 июнгә территориаль заказдың 20 проценты, йәки алты миллиад һум үҙләштерелгән.

"Юл төҙөлөшө темпын һәм сроктарын һаҡлау мөһим”
"Юл төҙөлөшө темпын һәм сроктарын һаҡлау мөһим”

6 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе, унда санкциялар шарттарында төбәк, муниципаль-ара, урындағы юлдарҙы ремонтлау, төҙөү, реконструкциялау, хеҙмәтләндереү буйынса территориаль заказдың үтәлеше ҡаралды.

“Ағымдағы йылда дөйөм юл фонды 32 миллиард һум тәшкил итә. Былтырғы менән сағыштырғанда, бюджет ассигнованиялары күләме 11 процентҡа күберәк. Юл төҙөлөшө эштәре киң ҡолас алды. Иҡтисади сикләүҙәр шарттарында республикала юл төҙөлөшөнөң темпын һәм сроктарын һаҡлау мөһим”, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков белдереүенсә, 2022 йылда территориаль заказ сиктәрендә түбәндәге эре һәм мөһим объекттар ғәмәлгә инәсәк: Дыуан һәм Ҡариҙел райондарында Бөрө – Тастүбә - Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялау, М-5 “Урал” федераль әһәмиәттәге юлға Өфөнән яңы сығыу юлы, Зининда транспорт киҫелеше, М-5 “Урал” автоюлында Нуғай шоссеһына тиклем транспорт киҫелеше төҙөү, Ағиҙел аша күперҙе капиталь ремонтлау.

Шулай уҡ 2022 йылда биш инфраструктура проекты тормошҡа ашырыласаҡ.

6 июнгә территориаль заказдың 20 проценты, йәки алты миллиад һум үҙләштерелгән.

Андрей Назаров Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына эштәрҙе етди контролдә тоторға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в