Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июнь 2022, 14:15

“Киләсәккә пландар һәм проекттар күп”

Радий Хәбиров Урал тау-металлургия компанияһы командаһына рәхмәт белдерҙе.

“Киләсәккә пландар һәм проекттар күп”
“Киләсәккә пландар һәм проекттар күп”

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын республика менән холдинг предприятиелары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эш төркөмө ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә берлектәге проекттарҙы һәм инвестиция программаларын тормошҡа ашырыу, кадрҙар тәьминәте, транспорт инфраструктураһын үҫтереү, шулай уҡ экологик башланғыстарға бәйле мәсьәләләр инде.

“Ҙур предприятиелар һәм холдингтар менән бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрәбеҙ. Улар яҡшы һөҙөмтә бирә. Киләсәккә пландарыбыҙ һәм проекттарыбыҙ күп”, – тине Радий Хәбиров.

Ул Урал тау-металлургия компанияһының идара итеү командаһына уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ултырышта шулай уҡ Сибай – Һары тимер юлын һалыу, Подольск ятҡылығы запастарын эшкәртеү, ер аҫты руднигы төҙөү, үҙебеҙҙең Учалы тау сәнәғәте колледжында белгестәр әҙерләү буйынса пландар ҡаралды.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең Финанс министрлығы менән берлектә 2030 йылға тиклем Урал аръяғын үҫтереү стратегияһы төҙөлгән. Төп бурыс – Урал аръяғы иҡтисадына яңы этәргес биреү. Урал тау-металлургия компанияһына ингән предприятиеларға бында ҙур урын бирелә.

“Республика компанияның башланғыстарын тикшерергә һәм перспективалы проекттарға булышлыҡ итергә әҙер”, – тине республика Башлығы.

Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын Башҡортостан менән үҙ-ара бәйләнештең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

Ултырышта ҡатнашыусылар компанияның республикалағы предприятиеларын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре буйынса фекер алышты. Сарала Радий Хәбиров һәм Андрей Козицын төбәк Хөкүмәте менән Урал тау-металлургия компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә, шулай уҡ ходинг предприятиеларында республика етештереүселәренең продукцияһын файҙаланыуҙы арттырыу буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙы.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: