Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июнь 2022, 23:15

Маҡсат - хеҙмәттәшлек итеү

“Бөгөн Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ хакимиәте менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ".

Маҡсат - хеҙмәттәшлек итеү
Маҡсат - хеҙмәттәшлек итеү

8 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры Андрей Назаров һәм Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ҡул ҡуйыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Луганск һәм Донецк республикаларына эшлекле сәфәре сиктәрендә булды. Килешеү ҡәрҙәш халыҡҡа гуманитар, финанс, матди ярҙам мәсьәләләрен үҙ эсенә ала.

"Эштең төп йүнәлештәре сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙең үҫеше, сәнәғәт етештереүе, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль яҡлау, спорт өлкәләрендәге хеҙмәттәшлекте үҙ эсенә ала. Планда – берҙәм инвестиция һәм инновация проекттарын, туристик, шул иҫәптән мәғариф, фән, әҙәбиәт өлкәһе, сәнғәткә ярҙам итеү, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау, конгрессия саралары үткәреү программаларын булдырыу", - тине Андрей Назаров.

Бөгөн Башҡортостан Луганск менән үҙ-ара аҙыҡ-түлек тауарҙарын, төҙөлөшкә тәғәйенләнгән һәм ауыл хужалығы продукцияһын ташыуҙа бәйләнеште көйләй. Химия, машина эшләү, металлургия тармаҡтары буйынса төбәктәр үҙ-ара кооперация бәйләнештәрен булдырыу менән ҡыҙыҡһына.

“Бөгөн Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ хакимиәте менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Беҙҙе күп нәмә бәйләй. Был ҡаланан йыраҡ түгел Донбасс өсөн яуҙа данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған. Бында М. Шайморатов исемен йөрөткән мәктәп бар”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Премьер-министр.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: