Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июнь 2022, 09:30

“Беҙҙең бурыс – республика иҡтисадының бөтә эш итеү механизмын һөҙөмтәле яйға һалыу”

Радий Хәбиров "Интерфакс"ҡа нимә тураһында һөйләне?

“Беҙҙең бурыс – республика иҡтисадының бөтә эш итеү механизмын һөҙөмтәле яйға һалыу”
“Беҙҙең бурыс – республика иҡтисадының бөтә эш итеү механизмын һөҙөмтәле яйға һалыу”

Башҡортостан, көнбайыш санкцияларының Рәсәй иҡтисадына ҙур баҫым яһауы шарттарында, һайланған стратегияның һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, кооперация процестарын системалы үҙгәртеп ҡороуҙы тормошҡа ашыра. Республика Башлығы Радий Хәбиров "Интерфакс" ҡа властың тотороҡһоҙ макроиҡтисади шарттарҙа ниндәй алымдарҙы файҙаланыуы һәм төбәктең үҫеш мөмкинлектәрен нисек баһалауы хаҡында һөйләне.

– Радий Фәрит улы, бөгөн Рәсәйгә ҡарата көнбайыш санкциялары шарттарында Башҡортостан власы ғәмәлгә индерелгән сикләүҙәрҙең кире эҙемтәһен кәметеү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Төбәк иҡтисадының ниндәй өлкәләре әле ҙур ҡыйынлыҡ кисерә һәм ярҙам ала? Корпоратив бизнесҡа, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа килгән зыянды баһалап буламы?

– Әле беҙҙең идара итеү командаһының төп бурысы – зыянды баһалау түгел, бындай анализ йыл аҙағында яһалыр, ә республика иҡтисадының бөтә эш итеү механизмын яйға һалыу буйынса һөҙөмтәле эшләү.

“Ковид” осорондағы эш тәжрибәһе беҙҙе иң киҫкен хәлдәргә әҙер булырға өйрәтте, тап шул саҡта барлыҡ ресурстар йәлеп ителә. Беҙ ҡатмарлы сценарийҙың барлыҡ эҙемтәләрен күҙаллап, тәүге көндән үк эш башланыҡ.

Беренсеһе – ул, әлбиттә, бизнесҡа – системаны тәшкил иткән предприятиеларға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү. Беҙ эшлекле берекмәләр, банк структуралары, төп предприятиелар менән ентекле консультациялар үткәрҙек, өс федераль ярҙам пакетының көрсөккә ҡаршы сараларын иҫәпкә алдыҡ, иң яҡшы төбәк һәм донъя практикаларын анализланыҡ. Дөйөм алғанда, бизнестың бөгөнгө иң көнүҙәк проблемалары буйынса бөтә тәҡдимдәрҙе файҙаланырға тырыштыҡ. Бюджет ресурстарының бер өлөшөн ҡайтанан бүлеү иҫәбенә төп йүнәлештәр буйынса финанслау һаҡлап ҡалынды.

Республика иҡтисады үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы ғәмәлдәр планы 150-нән ашыу сараны эсенә ала, уларҙы тормошҡа ашырыуға бюджеттан 54 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелә.

Икенсеһе – экспорт-импорт процестарын үҙгәртеп көйләү. Беҙ 2014 йылда, илгә ҡарата тәүге санкциялар индерелгән саҡта уҡ, импортты алмаштырыуға етди тотондоҡ. Мәҫәлән, беҙҙең “Күмертау авиация производство предприятиеһы” “ОДК-УМПО” менән кооперацияла КА тибындағы вертолеттар өсөн элек импортҡа алынған комплектлау өлөштәрен сығара башланы.

Йәнә бер миҫал – станоктар эшләү. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы Рәсәй Федерацияһында станоктар эшләү өлкәһендә төп предприятиеларҙың береһе булды. Бөгөн беҙ юғалтылған позицияны кире ҡайтарабыҙ, завод продукция поставкалай, шул иҫәптән беҙҙең оборона предприятиеларына ла.

Башҡортостанда беркетеү әйберҙәре етештергән “БелЗАН” Белоруссияға продукция сығара, уларҙың "БелавтоМАЗ" майҙансығында консигнация келәте асырға ниәтләй. Белоруссия предприятиеһы беҙҙең продукцияны импортты алмаштырыу сиктәрендә Төркиәнең NormCivata компанияһының комплектлау өлөштәре урынына файҙаланасаҡ.

Беҙ үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итәбеҙ. Республика бөгөн һөткә һәм һөт ризыҡтарына ихтыяжды тулыһынса ҡаплай – үҙ-үҙен 125 процентҡа, һыйыр ите буйынса – 120, сусҡа ите буйынса – 106, йомортҡа буйынса – 105,4, шәкәр буйынса – дүрт тапҡырға, үҫемлек майы буйынса – ете тапҡырға, картуф буйынса – 112,1 һәм йәш ҡыяр буйынса 106,1 процентҡа тәьмин итә. Быйыл аграрийҙарыбыҙ сәсеү майҙанын 2,7 процентҡа – 2,9 миллион гектарға тиклем арттырҙы.

Социаль өлкәлә лә тотороҡлолоҡто ышаныслы һаҡлайбыҙ. Ағымдағы йылдың февраль-апрелендә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙлек кимәле 3,9 процент тәшкил иткән. Июнь башына оператив мәғлүмәттәр буйынса, рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,11 процент булған. Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙа вакант урындар бар.

– 2022 йылға тулайым төбәк продукты һәм төп иҡтисади тармаҡтар, инвестиция күләме буйынса фараздарығыҙ ниндәй булыр?

– Быйыл беренсе кварталда Башҡортостан иҡтисадына инвестиция йүнәлтеү күләме 24,9 процентҡа, 70 миллиард һумға артты. Был – бик юғары күрһәткес.

Әле Башҡортостанда сәнәғәт өлкәһендә 13 йылға иҫәпләнгән 230 миллиард һумдан ашыу күләмдә өҫтөнлөклө 39 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, биш мең эш урыны булдырыу күҙаллана.

Ҙур проекттар араһында – “Газпром СПГ технологиялар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Салауатбыяла” акционерҙар йәмғиәте, “ПОЛИЭФ” акционерҙар йәмғиәте башланғыстары. Белоруссияның “АМКОДОР” холдингы иген эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы ҡорамалдары сығарыу буйынса завод төҙөй башлай. “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә газ баллондары производствоһы төҙөлә, инвесторы – Үзбәкстандың “Газресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Дөйөм алғанда, инвестицияның үҫеш тиҙлеген һаҡлап ҡалыуға иҫәп тотабыҙ, инфраструктура бюджет кредитын йәлеп итеп, ике проектты тормошҡа ашыра башлайбыҙ, дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә эште дауам итербеҙ. Шулай уҡ концессия башланғысында кәмендә ике яңы индустриаль парк асырға, офсет килешеүҙәрен файҙаланыу тәжрибәһен киңәйтергә ниәтләйбеҙ.

Йыл һайын инвестициялар күләмен кәмендә 10 процентҡа арттырыу бурысын ҡуябыҙ һәм уны үтәйбеҙ. Һуңғы өс йылда республикала инвестиция күләме 30 проценттан ашыуға артты. Йыл аҙағына инвестиция эшмәкәрлегенең ҡайһы бер күрһәткестәре түбәнәйеүе ихтимал. Шулай ҙа республикаға инвестициялар ағымы туҡтамаҫ һәм йылды ыңғай һөҙөмтәләр менән тамамларбыҙ, тип ышанам.

– Ғәмәлдәге геосәйәси талаптарға яуап биреүҙең төп саралары – импортты алмаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса көрсөккә ҡаршы иҡтисади үҙәгенең эшмәкәрлеге, субсидиялар һәм гранттар рәүешендә “көрсөккә ҡаршы пакеттар”ҙы ғәмәлгә индереү. Һеҙҙеңсә, был саралар етерлекме әллә өҫтәмә рычагтар талап ителәме? Уларҙың һөҙөмтәлелеген нисек баһалайһығыҙ?

– Рәсәй Президенты Владимир Путин штабтар ойоштороу һәм төбәктәргә өҫтәмә ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ошо рәүешле беҙ төбәктәрҙең иҡтисади һәм социаль тотороҡлоғон үҙ көсөбөҙ менән тәьмин итеүгә вәкәләт алдыҡ.

Әйткәнемсә, бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары пакетын әҙерләүҙән тыш, импортты тәьмин итеү һәм импортты алмаштырыу үҙәген астыҡ. “Ковидҡа ҡаршы” тәжрибәне иҫәпкә алып, власть, бизнес, банк берләшмәһе һәм тармаҡ ассоциацияларының үҙ-ара эш итеүе өсөн “көрсөккә ҡаршы” проект офисының эше тергеҙелде. Проект офисы эгидаһында көрсөккә ҡаршы тармаҡ комитеттары ойошторолдо, уларҙа бизнес вәкилдәре (экспорт, сәнәғәт, ауыл хужалығы, банк секторы, сауҙа, төҙөлөш) рәйестәштәр булып тора.

Идара итеү һәм финанс ҡарарҙары кимәлендә беҙҙең бюджет иҡтисадтың тотороҡлоғон, бөтә социаль гарантияларҙы һәм түләүҙәрҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелә.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: interfax-russia.ru/volga/exclusives

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в