Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июнь 2022, 12:40

Хеҙмәттәшлек нығый

Рәсәйҙең Ҡытайҙағы илселегендә Башҡортостан делегацияһының Чжан ХаньХуэй әфәнде менән осрашыуы булған.

Хеҙмәттәшлек нығый
Хеҙмәттәшлек нығый

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең Ҡытайҙағы илселегендә Башҡортостан делегацияһының Рәсәйҙәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының Тулы һәм ғәҙәттән тыш хоҡуҡлы илсеһе Чжан ХаньХуэй әфәнде менән осрашыуы булған. Унда Ҡытайҙағы Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиллегенең офисын асыу мәсьәләһе ҡаралды, бынан тыш, 2022 йылдың көҙ айында Ҡытайға Башҡортостан рәсми делегацияһының һәм бизнес-миссияның сәфәре тураһында ла һөйләшеп килешелде.

Мөһим сарала Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков, Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин ҡатнашты. Сергей Греков бындай хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләне.

– Үҙ-ара ҙур тауар әйләнеше булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан эштәрҙең бүтән йүнәлешен дә үҫтерә, – тине Сергей Греков. – Мәҫәлән, мәғариф тармағында хеҙмәттәшлекте айырым телгә алырға мөмкин. Беҙҙә Ҡытайҙан 150 студент уҡый.

– Бөгөн Башҡортотостан Хөкүмәте менән Ҡытайҙың Ляонин, Цзянси провинциялары, Чунцин, Аньхой, Сычуань һәм Хубэй ҡалалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында алты килешеү төҙөлгән, – тип һөйләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Дөйөм килешеү базаһы 20 хеҙмәттәшлекте берләштерә, шул иҫәптән дәүләт власы органдары араһындағы хеҙмәттәшлек һәм туғандашлыҡ тураһындағы килешеүҙәр.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: