Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июнь 2022, 09:51

Иң яҡшы тракторсы асыҡланды

Григорий Кузьмин.
Фото:Григорий Кузьмин.

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы базаһында “Иң яҡшы тракторсы-машинист-2022” конкурсы үтте. Был сара районда йыл да ойошторола.

Ныҡышмалы һәм ғәҙел көрәштә райондың ауыл хужалығы предприятиеларынан иң яҡшы туғыҙ тракторсы һөнәри оҫталыҡ буйынса көс һынашты.

Конкурс ике этапта үтте. Беренсе этапта ҡатнашыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм хәүефһеҙлек саралары буйынса имтихан тапшырҙы, икенсе этапта тракторҙа эшләү буйынса практик оҫталыҡ күрһәттеләр. Тракторҙа төрлө күнегеүҙәрҙе аныҡ баш­ҡарыу еңелдән түгел.

Беренсе урынды “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте слесары Павел Владимирцев яуланы. Икенсе урында – Калинин исемендәге хужалыҡтан Алексей Мирошкин менән “Рощинский” дәүләт унитар предприятиеһынан Александр Дегтярев. Өсөнсө урын “Максимовка” предприятиеһынан Рөстәм Михайловҡа һәм “С.П. Фрунзе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тракторсыһы Филүс Мәмбәтовҡа бирелде. Жюри ағзалары шулай уҡ конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһын билдә­ләне – Роман Коваленко “С.П. Фрунзе” хужалығында эшләй, ә иң тәжрибәле тракторсы тип “Рощинский” хужалығының механизаторы Александр Япринцевты атанылар.

Бөтә еңеүселәргә лә аҡсалата премиялар тапшырыла.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: