Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июнь 2022, 09:50

Мал аҙығы әҙерләргә ваҡыт етте

Предприятие тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнә.

Григорий Кузьмин фотолары.
Фото:Григорий Кузьмин фотолары.

Стәрлетамаҡ районының ҙур ауыл хужалығы предприятиелары сәсеү эштәрен тамамлау өҫтөндә. Яҙғы культураларҙың 92 проценты, иген – 93, арпа 96 процент майҙанда сәселгән. Кукуруз, борсаҡ, һоло, көнбағыш, рапс, гәрсис, соя, бер йыллыҡ үләндәр, картуф һәм башҡа йәшелсәне сәсеү ҙә тамамланған.

Ошо көндәрҙә хужалыҡтар ҡарабойҙай сәсеүгә төшә. Тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, бында ҡарабойҙай 1 июндән һуң ғына сәселә. Районда сәсеүлек майҙаны йәмғеһе 122 мең гектар тәшкил итә. Шуның 80 мең гектарын иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар тәшкил итә, 20 мең гектарына мал аҙығы өсөн күп йыллыҡ үләндәр һәм кукуруз сәселгән, техник культуралар – 22 мең гектарҙы, ужым культуралары 15 мең гектар майҙанды биләй. Быйыл район 165 гектар картуф сәскән. Шулай уҡ быйылғы сәсеү кампанияһына 7075 тонна ашлыҡ алынған.

Райондың иң уңышлы эшләп килгән хужалыҡтарының береһе – Калинин исемендәге ауыл хужалы­ғы предприятиеһы. Бында ла сәсеү эштәре бына-бына тамамланасаҡ.

– Яҙ иртә килде, тәүҙә ҡоро булды. Шуға дым китмәһен тип, сәсеүгә иртә төштөк. Яуып үткән ямғырҙар өмөт уятты. Әле беҙҙең бурыс – дымдың китмәүен тәьмин итеү. Яҙғы баҫыу эштәре кампанияһын уңышлы һәм тиҙ арала үткәреү өсөн барлыҡ шарттар бар: 10 сәсеү комплексы, шуларҙың икәүһе техник культуралар өсөн махсуслаш­тырылған. Сәсеү эштәрен механи­заторҙар тәүлек әйләнәһенә алып бара. Утыҙ кеше көн-төн баҫыуҙа алмашлап эшләй. Хужалыҡта йәмғеһе 72 механизатор тир түгә. Улар баҫыуға ла, мал ашатыуға ла, башҡа эштәргә лә йәлеп ителә, – тип һөйләй директор урынбаҫары Рәхимғәле Нурғәлиев.

Хужалыҡ көслө. Тоҡомло мал үрсетеү һәм орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү үҙәге булараҡ та танылған. Калинин исемендәге хужалыҡҡа республиканан ғына түгел, тотош Рәсәйҙә ауыл хужалығы менән шөғөлләнгәндәр ҙә мөрәжәғәт итә.

– Киләһе аҙнала люцерна сабыуға төшәсәкбеҙ. Күп йыллыҡ үләндәрҙең барыһы ла ашланды. Селитра, карбамид, башҡа ашламалар ҡулланабыҙ. Яҙғылыҡҡа 250 тонна ашлама алған булһаҡ, көҙгөлөккә 600 тонна әҙерләп ҡуйҙыҡ. Уларҙың барыһы ла үҙебеҙҙә етештерелгән, – тип эш барышы тураһында һөйләй Рәхимғәле Хөсәйен улы.

Тоҡомло мал үрсеткән хужалыҡ булараҡ, Калинин исемендәге хужалыҡ район һәм республика кимәлендә генә түгел, бүтән төбәктәрҙә лә абруй ҡаҙанған. Унда әле һигеҙ мең баш һыйыр малы бар, шуларҙың 1884-е – һауын һыйыры.

Рәхимғәле Хөсәйен улы беҙҙе һауын залына оҙатты. Бында эш ҡайнаған мәл. “Шыршыҡай” һауын аппараты ҡуйылған комплексты һөт етештереүсе завод тип тә әйтергә була. Бер ынтылыуҙа аппарат ярҙамында һауынсылар 40 һыйырҙы һауа. Шул уҡ ваҡытта компьютер һәр һыйырҙың һаулығын, бөгөн күпме ашағанын һәм күпме һөт биргәнен теркәп бара.

Хисапсы Любовь Кравчуктың эш урыны заманса компьютер менән йыһазландырылған, ул онлайн тәртибендә һауын барышын күҙәтә. Шул арала бер һыйырҙың көйһөҙләнеүе тураһында хәбәр ҙә килде. Любовь, һауынсы менән һыйырҙы ҡарап, хәлдең ниҙә икәнен асыҡлап та ҡуйҙы.

Әйткәндәй, был көндә эшләгән төркөм һауынсы араһында Илүс Ялаев та бар. Ул – механизатор, әммә хеҙмәттәштәре ауырыңҡырап торһа, һәр саҡ ярҙамға сыға.

– Хәҙерге заман йыһазы ярҙамында һыйыр һауыу ҡатын-ҡыҙҙың ғына эше тимәҫ инем. Аппаратураны өйрәнергә, көйләй белергә кәрәк. Бынан тыш, ир-егет эргәһендә һыйырҙар ҙа үҙҙәрен ышаныслыраҡ тотҡан кеүек. Холоҡ-кәйефтәрен күрһәтеп бармайҙар, – ти ул.

Гөлфиә Хәсбиева был хужалыҡта бер йылдан ашыу һауынсы булып эшләй.

– Мин Балтас районынан килдем. Эш шарттары оҡшай. Заманса ятаҡ бар, вахта ысулы менән эшләйем. Атай-әсәйем эргәһенә ҡайтып йөрөйөм. Хеҙмәт хаҡы айына 40 мең һум, – тине Гөлфиә.

Хужалыҡта малдарҙы махсус технология буйынса ашаталар, шуға күрә үрсем дә һәйбәт, һөт күләме лә ҡыуандыра. Быҙауҙар ҙа ауырлыҡты тиҙ йыя. Ишле малды тейешле кимәлдә ашатыу өсөн, әлбиттә, мал аҙығының сифатлы булыуы мөһим. Шуға тырыша ла инде хужалыҡ етәкселеге.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: