Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Июнь 2022, 09:30

“Беҙҙең бурыс – республика иҡтисадының бөтә эш итеү механизмын һөҙөмтәле яйға һалыу”

Радий Хәбиров “Интерфакс”ҡа интервью бирҙе.

“Беҙҙең бурыс – республика иҡтисадының бөтә эш итеү механизмын һөҙөмтәле яйға һалыу”
“Беҙҙең бурыс – республика иҡтисадының бөтә эш итеү механизмын һөҙөмтәле яйға һалыу”

Башҡортостан, көнбайыш санкцияларының Рәсәй иҡтисадына ҙур баҫым яһауы шарттарында, һайланған стратегияның һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, кооперация процестарын системалы үҙгәртеп ҡороуҙы тормошҡа ашыра. Республика Башлығы Радий Хәбиров "Интерфакс" ҡа властың тотороҡһоҙ макроиҡтисади шарттарҙа ниндәй алымдарҙы файҙаланыуы һәм төбәктең үҫеш мөмкинлектәрен нисек баһалауы хаҡында һөйләгәйне. Интервьюның дауамын тәҡдим итәбеҙ.

– Башҡортостан үҙебеҙҙең һәм сит ил инвесторҙарын һәр саҡ йәлеп итте. Әле сит ил бизнесына, атап әйткәндә, агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге һәм башҡа тармаҡтарҙағы уртаҡ проекттарға бәйле хәл нисек?

– Сағыштырмаса күптән түгел генә Башҡортостан инвесторҙар өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә terra incognita ине. Хәҙер беҙ әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек, конгресс ҡатнашыуы нигеҙендә лә, төбәк брендтарын тышҡы баҙарға сығарыу ярҙамында ла инвесторҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән байтаҡ сараларҙы һәм алымдарҙы ҡулланабыҙ.

Тышҡы баҫымға ҡарамаҫтан, бер төркөм сит ил инвесторҙары республикала эшләүен дауам итә. Шулай уҡ дуҫ илдәрҙә һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә үҙебеҙ өсөн яңы партнерҙар аса башланыҡ.

Һандар үҙҙәре үк һөйләй. Әле өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә 776,3 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтеүҙе һәм 34,1 меңдән ашыу эш урыны булдырыуҙы күҙаллаған 282 инвестиция проекты индерелгән. Шулар иҫәбендәге 20 проектта сит ил компаниялары ҡатнаша. Сит ил капиталы ҡатнашлығындағы проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында 71,2 миллиард һум аҡса бүленгән, 1986 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.

– Ҙур предприятиелар, мәҫәлән, “Башҡортостан сода компанияһы”, “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салауат” өсөн импорт поставкалары мәсьәләләре нисек хәл ителә? Элек төҙөлгән килешеүҙәр буйынса уларҙың тауарын экспортлау барамы?

– Импортҡа алмашҡа бәйле төп мәсьәләләр программа тәьминәтенә, электрон комплектлау өлөштәренә, производство ҡорамалдарының һәм реагенттарҙың состав өлөшөнә ҡағыла.

Автомобилдәр эшләү өлкәһендә сит илдә етештерелгән комплектлау өлөштәре менән тәьмин итеүҙең бер ни тиклем сикләнеүе ихтимал. Заказ күләменең кәмеүе, ҙур заказсыларҙың продукция өсөн түләмәүе һәм сит ил комплектлау өлөштәрен поставкалауҙың өҙөлөүе нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү предприятиелары эшенә йоғонто яһауы ихтимал.

Ләкин күпселек тауарҙар буйынса импорт поставкалары әүәлге килешеүҙәр буйынса планға ярашлы тормошҡа ашырыла. Дөйөм алғанда, тәьминәт ҡәҙимге тәртиптә бара, тик логистика проблемалары арҡаһында ташыу ваҡытының бер аҙ артыуы ихтимал...

– Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы – илдә иң уңышлыларҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта социаль селтәрҙә мөрәжәғәттәр булғыланы, аҙыҡ-түлектең ҡиммәтләнеүенә зарланалар, ә бит шәкәр заводтары, һөт, ит һәм икмәк комбинаттары үҙебеҙҙеке. Хаҡтың ныҡ артыуына юл ҡуймау һәм шул уҡ ваҡытта билдәле бер балансты һаҡлау өсөн ниндәй сара күрелә?

– Аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ мәсьәләһен был проблеманы көйләү, тыйыу йәки сикләү менән генә хәл итеп булмауын аңлайбыҙ. Был мәсьәлә баҙарҙы тулыландырыу юлы менән генә хәл ителә. Ҡарабойҙай ярмаһын һатып алалар икән, тимәк, һатыу нөктәһенә уны биш тапҡырға күберәк килтерергә кәрәк.

Ажиотаж осоронда шәкәргә бер аҙ ҡытлыҡ тыуғайны. Хәлде тотороҡландырыу өсөн етештереүселәр менән ритейлерҙар араһында республика сауҙа селтәрҙәренә шәкәрҙе туранан-тура етештереүселәрҙән ташыу тураһында килешеүгә өлгәшелде. Беҙ сауҙа селтәрҙәре менән республикала, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, урында етештерелгән шәкәргә хаҡ арзаныраҡ буласаҡ, тигән уртаҡ фекергә килдек.

Беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре продукцияға ҡытлыҡ булмаһын, ошоға бәйле хаҡ артмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Әйткәнемсә, бөгөн төбәктең ауыл хужалығы тармағы аҙыҡ-түлекте халыҡ ҡулланғанға  ҡарағанда күберәк етештерә.

Фото: utv.ru

Сығанаҡ: interfax-russia.ru/volga/exclusives

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в