Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге делегация эш сәфәре менән Беларусь Республикаһында булды.
"Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының үҙәгендә урынлашҡан. Беҙҙең биләмә аша Европа һәм Азия сиге үтә. Бындай уңайлылыҡ беҙгә Беларусь Республикаһы менән уртаҡ предприятиелар булдырып, бергә баҙарға сығыу мөмкинлеген бирә. Хеҙмәттәшлек итеү тармағы ла ярайһы уҡ киң. Ләкин бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыр кәрәк, - тине Илшат Фәзрахманов. – Яңы шарттарҙа машиналар эшләүҙә Рәсәй - Беларусь интеграцияһы мөһим. Аҙыҡ сәнәғәте, эшкәртеү буйынса партнерлыҡ мөнәсәбәте булдырыу кәрәк, берлектәге проекттар һөҙөмтәле үҫешергә һәм тиҙерәк тышҡы баҙарға сығырға мөмкинлек бирәсәк".
Сара Беларусь Республикаһындағы Башҡортостандың конгресс-бюроһы вәкиллеге ҡатнашлығында һәм ярҙамында уҙғарылды.
"Беларусь Республикаһы менән 20 йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Берлектәге проекттар ҙа байтаҡ. Беларусь техникаһы төрлө тармаҡта әүҙем ҡулланыла. Эш өсөн перспективалы йүнәлештәр ҙә күп. Беҙҙең рәсми кешеләр һәм эшлекле даирә өсөн Минскиҙа республика вәкиллеге лә эшләй. Килешеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирер тип ышанам", - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Делегация составына төбәктең ете предприятиеһы етәкселәре инде. Делегация “Белагро-2022” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә эшендә лә ҡатнашты. Ул Минскиҙа Беларусь агросәнәғәт аҙналығына ярашлы уҙғарылды.
Күргәҙмәлә Беларусь, Рәсәй, Германия, Ҡытай, Польшанан 400-ҙән ашыу компания ҡатнашты. Илшат Фәзрахманов күргәҙмә эше барышында "Лидсельмаш" холдингы генераль директоры Виталий Якубчик менән һөйләшеүҙәр алып барҙы. Был - аҫылмалы һәм тағылмалы ауыл хужалығы машиналары етештереүсе ҙур предприятие. Шулай уҡ бәрәңге сәсеү, ҡаҙыу ҡоролмалары эшләүгә лә махсуслашҡан. Агросәнәғәт комплексының урта һәм бәләкәй предприятиелары күп булған Башҡортостан өсөн холдинг сығарған техника ассортименты бик тә ҡыҙыҡлы.
Бынан тыш, Башҡортостандың аграр ведомствоһы етәксеһе Минск трактор заводында ла булып, предприятиеның генераль директоры Виталий Вовк менән артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Минск трактор заводында делегация деталдәр эшләү һәм йыйыу цехы менән танышты.
Тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы эш бәйләнештәре булдырыу маҡсатында Башҡортостан вәкилдәре Гомель ҡалаһында ла булды. Унда ҡаланың ауыл хужалығы машиналар эшләү предприятиеларының етештереү базаларын ҡаранылар.
Гомель өлкәһе һәм Башҡортостан машиналар эшләү, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.