Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Июнь 2022, 16:00

Руслан Ахунов һәм Байрас Ҡотлоғәлләмов кеүек эшҡыуарҙар булғанда...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала ҡымыҙ етештереү эше хаҡында яҙҙы. 

Руслан Ахунов һәм Байрас Ҡотлоғәлләмов кеүек эшҡыуарҙар булғанда...
Руслан Ахунов һәм Байрас Ҡотлоғәлләмов кеүек эшҡыуарҙар булғанда...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республикабыҙ һауын бейәләре иҫәбе буйынса илдә беренсе урында. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.

“Башҡортостан һауын бейәләре иҫәбе буйынса алдынғы рәттә, улар беҙҙә һигеҙ меңдән ашыу. Республикала ҡымыҙ фермалары ла күп, 200-ҙән күберәк. 2021 йылда 3,6 мең тонна ҡымыҙ етештерҙек. Быйыл тағы ла күберәк булыр тип ышанабыҙ, әле һауа шарттары ла быға уңай йоғонто яһай.

Ҡымыҙ дауалау үҙенсәлектәренә эйә, юҡҡа ғына Антон Чехов үҙе ошо эсемлек менән дауаланмаған, етмәһә, беҙҙә - әлеге Әлшәй районы биләмәһендә. Әле лә бында ҡымыҙ етештереү киң таралған. Уңышлы эшләгән фермерҙарҙың береһе – Руслан Ахунов. Уның ҡымыҙ етештереү йәһәтенән күп йыллыҡ хеҙмәт стажы бар, хужалығында йылҡы өйөрө ҙур - бер мең баштан ашыу. Көнөнә 200-300 литр самаһы бейә һөтө һауалар, йылына – 100 тоннанан ашыу.

Урал аръяғында ҡымыҙ бөтөнләй башҡа сифатлы, икенсе тәмле. Баймаҡ районында, мәҫәлән, 13 фермер ҡымыҙ эшләй. Уларҙың береһе – Байрас Ҡотлоғәлләмов. Уның хужалығында 300-гә яҡын йылҡы малы бар. Көнөнә 200 литр самаһы ҡымыҙ етештерә.

Руслан Ахунов һәм Байрас Ҡотлоғәлләмов кеүек эшҡыуарҙар өсөн республикала ярҙам саралары ҡаралған. “Ғаилә фермаһы” грант программаһында ҡатнашып, йүнселдәргә эшмәкәрлектәрен киңәйтеү өсөн утыҙ миллион һумға тиклем ярҙам алырға мөмкин. Барлыҡ һорауҙар менән республиканың Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәгенә 8 (347) 211-74-04 телефоны йәки сайты буйынса https://cckrb.ru/programs/programma-semeynye-fermy
мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Башҡортостан Республикаһында ҡаралған барлыҡ ярҙам саралары https://investrb.ru/ru порталында тупланған.

Барыһына ла уңыштар!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в