Башҡортостан, көнбайыш санкцияларының Рәсәй иҡтисадына ҙур баҫым яһауы шарттарында, һайланған стратегияның һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, кооперация процестарын системалы үҙгәртеп ҡороуҙы тормошҡа ашыра. Республика Башлығы Радий Хәбиров "Интерфакс" ҡа властың тотороҡһоҙ макроиҡтисади шарттарҙа ниндәй алымдарҙы файҙаланыуы һәм төбәктең үҫеш мөмкинлектәрен нисек баһалауы хаҡында һөйләгәйне. Интервьюның дауамын тәҡдим итәбеҙ.
– Биләмәләргә идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында Һеҙ муниципалитеттарға административ һәм иҡтисади вәкәләттәрҙе күберәк бирҙегеҙ. Һеҙҙеңсә, республика иҡтисады ҡатмарлы осорҙа һынауға бирешмәһен, үҫешен дауам итһен өсөн төбәккә нимә, ниндәй вәкәләттәр кәрәк?
– Минеңсә, вәкәләттәр етерлек. Вәкәләттәр етмәүгә зарланыуҙы илке-һалҡылыҡты аҡларға маташыу тип ҡабул итәм.
Республиканың мөһим үҙенсәлеге – төбәк һәм муниципаль властың берлектәге әүҙем эше. Муниципалитет башлыҡтары район советтары тарафынан һайлана һәм тәғәйенләнә. Иғтибар итегеҙ, республика Башлығы тарафынан түгел. Улар башҡарма властың ике тармағын тәшкил итә, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙә ғәмәлдәге хәлгә, кадрҙар һайлап алыуға һәм башҡа мәсьәләләргә уртаҡ ҡараш булдырылған. Республика муниципалитеттарының мәнфәғәтен бергәләп координациялау һәм яраштырыу идарасы муниципаль кадрҙар менән эштә фекер айырмалыҡтарына юл ҡуймауға булышлыҡ итә.
– Рәсәйҙең Евразия иҡтисади союзы буйынса партнерҙары логистиканы үҙгәртеп ҡороу һәм кооперацияны үҫтереү буйынса ашығыс сара күрергә саҡыра. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан менән үҙ-ара эш итеү йәһәтенән һеҙ яҡшы тәжрибәгә эйә. География йәһәтенән киңерәк даирәлә хеҙмәттәшлек итеү ниәте бармы?
– Бөгөн республика теге йәки был дәрәжәлә Евразия иҡтисади союзы илдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был илдәргә бизнес-миссиялар ойошторола, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Бынан тыш, Ҡаҙағстан һәм Беларусь кеүек дәүләттәрҙә Башҡортостан Республикаһы вәкиллектәре асылған.
Әлбиттә, төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә яңыса ҡараш ташларға кәрәк. Күрше төбәктәрҙең нимә етештергәнен белеп бөтмәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта унда беҙгә етмәгән нәмәләрҙең барлығына, һәм үҙебеҙҙә лә улар өсөн кәрәкле продукцияның һәм тауарҙарҙың булыуына иманым камил. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек – иҡтисади тотороҡлоҡ сығанағы ул. Уны иғтибар менән өйрәнергә һәм файҙаланырға кәрәк.
– Туристик миҙгел башлана. Башҡортостан, ғәҙәттәгесә, туристик хеҙмәттәрҙе күпләп тәҡдим итте, төбәк власы республиканың ошо өлкәләге ҙур ҡеүәте хаҡында белдерҙе. Башҡортостанға килгән ҡунаҡтарҙың иғтибарын нимәгә йүнәлтер инегеҙ?
– Башҡортостан тәбиғәтен башҡа бер ерҙә лә күреү мөмкин түгел. Беҙҙә “Янғантау”, “Торатау” геопарктары бар. Төбәк быуаларға, йылға-күлдәргә, үҙенсәлекле үҫемлектәргә бай.
Беҙҙә шифахана-курорт базаһы ҡеүәтле, Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе. Республикала 11 ҙур шифахана бар, уларҙың барыһы ла – илдең иң яҡшы йөҙ, ә береһе иһә иң яҡшы биш шифаханаһы иҫәбенә инә.
Йәйге туристик миҙгелдә “Ирәмәл”, “Еҙем”, “Кандракүл”, “Асылыкүл” һәм “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт парктарында ял итеүгә ихтыяж ҙур. Был биләмәләрҙә Башҡортостандың бөтә матурлығын күрергә мөмкин. Павловка һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарының яр буйында ял итеү танылыу яулай.
Был маршруттарҙың барыһы буйынса республика туроператорҙары йыл һайын тур ойоштора: йылға буйлап ағып төшөү, дауалау-һауыҡтырыу, гастрономия, экологик, танып белеү, ат, тау саңғыһы, спелеологик һәм этнографик саралар туристарҙы республикала йәшәгән башҡорттарҙың йолалары менән таныштыра. Үҙаллы сәйәхәт иткән туристарға уңайлы булһын өсөн әле төбәктә 1,3 меңгә яҡын туристик билдә ҡуйылған.
Ғөмүмән, беҙҙә йүнәлештәр бик күп, һәр турист күңеленә ятҡан юлды һайлай ала.
Әйткәндәй, иң сибәр ҡыҙҙар ҙа Башҡортостанда йәшәй тиҙәр.
Фото: республика Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: interfax-russia.ru/volga/exclusives