Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июнь 2022, 17:30

Импортты алмаштырыу яңы һулыш ала

Ағымдағы йылдың биш айында Нефтекама заводы Ҡаҙағстан партнерҙары заказы буйынса 13 вагон оҙатты.

Импортты алмаштырыу яңы һулыш ала
Импортты алмаштырыу яңы һулыш ала

“Рәсәй Хөкүмәте санкция сәбәпле ауыр хәлдә ҡалған преприятиеларға ярҙам итеү маҡсатында кредит программаларын булдырҙы. Башҡортостан предприятиеларына ла хәстәрлек күрһәтелә – беҙ был мәсьәләне һәр саҡ күҙ уңында тотабыҙ, республика предприятиеларына яңы партнерҙар эҙләүҙә ярҙам итәбеҙ.

Сентябрь айында Башҡортостандың бизнес-миссияһы Ҡаҙағстанға барып ҡайтҡас, мобиль биналарҙы етештереү буйынса “Торос” Нефтекама заводы етештереү күләмен үҫтереүгә өлгәште. Ул саҡта завод үҙ продукцияһын Ҡаҙағстанға оҙатыу буйынса килешеү төҙөнө.

Әгәр 2020 йылда “Торос”  Ҡаҙағстанға 4,3 миллион һумлыҡ туғыҙ вагон оҙатһа, 2021 йылдың дүрт айында 10 миллион һумлыҡ ун вагон етештерҙе. Ә ағымдағы йылдың биш айында Нефтекама заводы Ҡаҙағстан партнерҙары заказы буйынса 13 вагон оҙатты.

“Торос” уңайлы вагон-йорттар етештерә. Улар өсөн талап ителгән махсус күсәрҙәрҙе быға тиклем предприятие Италия дилерынан һатып ала. Санкциялар индерелгәс, өҙөклөктәр башлана. Ошо сәбәпле, беҙҙең предприятие күсәрҙәрҙе үҙебеҙҙә етештерергә һәм киләсәктә Рәсәй компаниялары менән хеҙмәттәшлек итергә күҙаллай.

Нефтекама заводы “Йылдам үҫеш биләмәһе” резиденты булып иҫәпләнә, был уға уңайлы шарттарҙа үҫешергә булышлыҡ итә. Тауарға ихтыяж артыу арҡаһында, компания яңы цехтар төҙөйәсәк, был етештереү күләмен өс тапҡырға арттырырға һәм 100 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: