Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июнь 2022, 22:05

Форумдан күпте көтәбеҙ

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 65 миллиард һумлыҡ бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй. 

Форумдан күпте көтәбеҙ
Форумдан күпте көтәбеҙ

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 65 миллиард һумлыҡ бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй.

14 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге оператив кәңәшмәлә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева 2022 йылдың 15-18 июнендә Башҡортостан делегацияһының Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыу программаһы менән таныштырҙы.

- Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы ғәҙәттәгесә бизнес менән властың диалогы өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе булып тора. Быйыл форум барышында дөйөм күләме 65 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк 31 килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Улар араһында иң ҙурҙары – “ДОМ.РФ”, “Ирбис-РБ яғыулыҡ компанияһы” һәм “Триа Девелопмент” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре менән инвестиция килешеүҙәре. Шулай уҡ “Амкодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Йыйып алынған игенде эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү” һәм “Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә етештереү-сервис үҙәге булдырыу” инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ла ниәттәребеҙ бар, - тине Андрей Назаров.

Финанс йүнәлештә булмаған килешеүҙәр иҫәбендә 2024 йылда Өфө ҡалаһында “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумын уҙғарыу, Рәсәйҙең алты төбәге менән “Оло Урал” проектын тормошҡа ашырыу, Ҡурған өлкәһе менән килешеүҙәрҙе һәм башҡаларҙы айырып билдәләргә мөмкин.

Евразия иҡтисади үҙәген төҙөгәндә Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмуртия Республикаһы, Пермь крайы менән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында Меморандумға ҡул ҡуйыу ҙа мөһим.

- Был Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына тейешле заявка биреүгә йәнә бер аҙым буласаҡ, - тип йомғаҡ яһаны Маргарита Болычева.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашасағын 500-ҙән ашыу спикер һәм 127 ил вәкилдәре раҫланы. Быйыл шулай уҡ Мысыр партнер булараҡ сығыш яһай.

- Программа сараларға бай. Делегаттарҙың спикер булараҡ профилле сараларҙа ҡатнашыуын, 40-лаған осрашыу үткәреүҙе үҙ эсенә ала, - тип билдәләне Маргарита Болычева.

Ғәҙәттәгесә, төп саралар – Петербург иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашыу һәм Стратегик башланғыстар агентлығының Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде.

Төбәк етәкселегенең мөһим эшлекле осрашыуҙары араһынан КАМАЗ, Ростелеком, Росстандарт, ВТБ банкы, Росагролизинг, Газпром, “Дом РФ” һәм башҡалар менән һөйләшеүҙәре айырып билдәләнгән.

Форум барышында республика стенды ойошторола.

- Башҡортостан стенды Санкт-Петербург ҡалаһынан ҡала иң ҙур төбәк майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Уның майҙаны, былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артты һәм 580 квадрат метр тәшкил итә, - тине Маргарита Болычева.

Стендты ҡарарға Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Максим Акимов, Рәсәй транспорт министрының беренсе урынбаҫары Андрей Костюк, Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин һәм башҡаларҙың килеүе көтөлә.

Белешмә өсөн:

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 1997 йылдан алып үткәрелә. Форум эшлекле даирә вәкилдәренең аралашыу һәм Рәсәй алдында торған төп иҡтисади мәсьәләләр буйынса фекер алышыу майҙансығы булып тора.

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: