Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың XXV Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумына барасаҡ рәсми делегацияһын етәкләйәсәк. Форум 15-нән 18 июнгә тиклем үтә. Делегацияның эш программаһын бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ҡаранылар.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу мөһим сара буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан унда, бер юлы дүрт баҫҡысҡа күтәрелеп, бишенсе урынды алды.
Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләүенсә, форум барышында Башҡортостан төбәккә өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә һәм яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек биргән 30-ҙан ашыу килешеү төҙөргә ниәтләй. Төп документтар иҫәбендә – Туймазы районында сәнәғәт паркын үҫтереү тураһында “КАМАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән юл картаһы, “Оло Урал” туристик проектын үҫтереү тураһында төбәк-ара килешеү, Белоруссияның “АМКОДОР” компанияһы менән инвестиция ниәттәре тураһында килешеү, шулай уҡ ВТБ банкы менән берлектә транспорт проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында меморандум. Радий Хәбировтың 2024 йылда Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумын уҙғарыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуы форумдың мөһим ваҡиғаһы булмаҡсы.
Шулай уҡ делегация программаһында – эшлекле осрашыуҙар, дискуссия майҙансыҡтары, илдең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостандың 580 квадрат метрлыҡ төбәк стенды Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан һуң Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында иң ҙурҙарҙың береһе булды. Унда бер нисә функциональ-тематик зона бар. Үҙәк объект – һанлы тирмә, унда Башҡортостан һәм уның төрлө тармаҡтарҙағы төп проекттары, шул иҫәптән Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан юбилей төҙөлөштәре менән танышырға мөмкин. Стендта шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәге зонаһы, Күмертауҙа етештерелгән Ка-32 вертолетына оҡшатып стилләштерелгән һөйләшеүҙәр залы монтажланды.
“Башҡортостан” ресторанын асыу форум яңылыҡтарының береһе булмаҡсы, унда ҡунаҡтар республиканың милли аш-һыуын һәм республиканың яңы Aibat Hallyar фастфудтарын тәмләп ҡарай аласаҡ. Ресторан һөйләшеүҙәр зонаһы булараҡ та эшләйәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров делегация ағзаларына форумда һөҙөмтәле һәм уңышлы эшләүҙәрен теләне.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 1997 йылдан бирле үткәрелә. 2006 йылдан ул Рәсәй Федерацияһы Президенты патронаты аҫтында ойошторола. Ошо йылдарҙа форум эшлекле даирә вәкилдәренең аралашыуы, Рәсәй, үҫешеүсе баҙарҙар һәм донъя алдында торған төп иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелде.
2021 йылғы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан дөйөм суммаһы 122 миллиард һумлыҡ 25 килешеүгә ҡул ҡуйған. Уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төбәктә 2 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.