14 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе. Унда “Башҡортостан Республикаһында урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһын көнүҙәк итеү мәсьәләһе тикшерелде.
- Башҡортостан урманлы төбәк булараҡ танылған. Ағас запасы буйынса республика Волга буйы федераль округында – дүртенсе, урман ултыртыу күләме буйынса беренсе урынды биләй. Башҡортостанда яһалма урман тергеҙеү өлөшө Рәсәй буйынса иң юғарыларҙың береһе булып тора. Илдә был күрһәткес 20 процент самаһы булһа, Башҡортостанда – 50 процент самаһы, - тип билдәләне Андрей Назаров.
Ағас әҙерләү урман фонды ерҙәрен файҙаланыуҙа традицион өҫтөнлөк булып ҡала, тип өҫтәне Андрей Назаров. Урмандарҙы тергеҙеү менән бер рәттән Хөкүмәт уларҙы үҙләштереүгә иғтибарлы ҡарарға һәм иҡтисад менән экология араһында тигеҙлеккә өлгәшергә, рекреацион һәм туристик ҡеүәтте үҫтереүгә булышлыҡ итергә тырыша. Дөйөм алғанда Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлеге урмандарҙы һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, йәмәғәт ихтыяждарын урман ресурстарына һәм файҙалы үҙенсәлектәренә ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән.
2021 йылда “Башҡортостан Республикаһында урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙың төп күрһәткестәре һәм 2022 йылға урман хужалығын үҫтереүҙең төп бурыстары тураһында урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һөйләне. 2021 йылдағы пандемияға ҡарамаҫтан, урман ресурстарын хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеү иҫәбенә урман фонды менән файҙаланған өсөн килемдәрҙең артыуына өлгәшелде, тип билдәләне ул.
- Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына түләүҙәр күләме 2021 йылда 1 гектарға иҫәпләгәндә 17 процентҡа күберәк – 157,4 һум тәшкил итте. Хаҡ сағылышында Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына 905 миллион һум аҡса инеүе тәьмин ителде, был 2020 йылғы кимәлдән 1,3 тапҡырға юғарыраҡ. Шул иҫәптән республика бюджетына һәм урындағы бюджеттарға 436 миллион һум аҡса инде – был 1,5 тапҡырға күберәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Шәрәфетдинов.
Ул “Урман хужалығын үҫтереү” Рәсәй Федерацияһы дәүләт программаһына ярашлы хәлгә килтереү өсөн “Башҡортостан Республикаһында урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһына һәм 2022-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау күрһәткестәренең план күрһәткестәренә үҙгәрештәр индереү зарурлығын билдәләне.
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары проектын хупларға тәҡдим итәм. Урман хужалығы министрлығына 2022 йыл йомғаҡтары буйынса “Башҡортостан Республикаһында урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһы күрһәткестәренә өлгәшеүҙе тәьмин итергә. Айырыуса иғтибарҙы урмандарҙы тергеҙеү һәм урман үҫентеләрен ҡырҡыу балансы күрһәткестәренә йүнәлтергә кәрәк, - тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru