Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июнь 2022, 17:00

Ҡышҡа әҙерлек бөгөндән башлана

Көҙгө-ҡышҡы осорға төбәктә бөтәһе 1 645 ҡаҙанлыҡты, 4 мең йылылыҡ селтәрен, 517 йылылыҡ пунктын, 16 меңдән ашыу һыу үткәргесен әҙерләргә кәрәк.

Ҡышҡа әҙерлек бөгөндән башлана
Ҡышҡа әҙерлек бөгөндән башлана

Башҡортостанда яңы йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев ошо хаҡта һөйләне. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

Көҙгө-ҡышҡы осорға төбәктә бөтәһе 1 645 ҡаҙанлыҡты, 4 мең йылылыҡ селтәрен, 517 йылылыҡ пунктын, 16 меңдән ашыу һыу үткәргесен әҙерләргә кәрәк. Өҫтәүенә Башҡортостандағы тораҡ пункттарҙа 526 ҡаҙанлыҡты, 148 километр йылылыҡ һәм 241 километр һыу үткәргес селтәрҙәрен ремонтларға йәки алмаштырырға кәрәк.

Бынан тыш, төбәк капиталь ремонт операторы Өфөнөң, Октябрьскийҙың 19 күп фатирлы йортонда, шулай уҡ Туймазы, Учалы, Ауырғазы, Бүздәк, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Күгәрсен һәм Саҡмағош райондарында эске йылытыу системаларын яңыртырға тейеш. 12 йортта ремонт башланған да инде. Дөйөм алғанда, республикала яңы йылытыу миҙгеленә әҙерлек 32 процент тәшкил итә, ул планлаштырылған эш графигына тап килә.

Башҡортостан торлаҡ фондының энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн 6,5 мең йортҡа йылылыҡ үткәргес торбаларҙы изоляциялау, 9,6 мең йортҡа элеватор узелдарын көйләү (улар ҡаҙанлыҡтарҙан килгән йылылыҡ йөрөтөү температураһын кәметә), дөйөм йорт иҫәпләү приборҙарын ремонтлау һәм тикшереү ҙә планлаштырылған.

Башҡортостан Башлығы төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығын йылытыу миҙгеленә әҙерләү сифатын арттырыу кәрәклеген билдәләне.

– Инженерлыҡ инфраструктураһын, ҡаҙанлыҡтарҙы ремонтлау һәм модернизациялау, торлаҡ йорттарҙың энергия һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу буйынса яҡшы тәжрибәбеҙ бар, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ мәнфәғәтендә республикалағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаларының ышаныслылығын арттырыу мөһим.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: