Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июнь 2022, 17:30

Башҡортостан “Росинфра” һанлы платформаһын файҙалана

Милли дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәге төбәккә эксперт-консультация ярҙамы күрһәтә

Башҡортостан “Росинфра” һанлы платформаһын файҙалана
Башҡортостан “Росинфра” һанлы платформаһын файҙалана

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Милли дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәге төбәк биләмәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡтың инфраструктура проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу процесына клиенттарҙың мәнфәғәтен яҡлау принциптарын индереү тураһында һөйләшеп килеште.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм Милли дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәге генераль директоры Павел Селезнев хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Хеҙмәттәшлек республиканың власть органдары вәкилдәре тарафынан проекттар менән эшләү өсөн “Росинфра” һанлы платформаһы сервистарын файҙаланыуын күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, өлгәшелгән килешеүҙәр нигеҙендә төп бизнес-процестар ҡулайлаштырыласаҡ, документацияға талаптар, башланғыстарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле типовой шаблондар ғәмәлгә индереләсәк. Шулай уҡ институциональ мөхитте камиллаштырыу буйынса эш алып барыласаҡ. Бынан тыш, республиканың дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендәге эшмәкәрлеге һәм ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһындағы барлыҡ мәғлүмәтте һанлаштырыу планлаштырыла.

Милли дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәге үҙенең яғынан хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре буйынса төбәккә эксперт-консультация ярҙамы күрһәтәсәк, шул иҫәптән перспективалы проекттарҙы һайлап алыуға, баһалауға һәм әҙерләүгә, шулай уҡ финанс йәлеп итеүгә, федераль ярҙам сараларын, шул иҫәптән Рәсәй экологик операторы һәм ДОМ.РФ программаларын һайлап алыуға булышлыҡ итәсәк.

– Дәүләт-шәхси партнерлыҡ төбәкте үҫтереүҙең төп йүнәлештәренең береһен тәшкил итә. Уның ярҙамында беҙ төрлө инфраструктур ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерәбеҙ – юл, дауаханалар төҙөйбөҙ, эске туризмды үҫтерәбеҙ, социаль өлкәлә хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртабыҙ. Хеҙмәттәшлек нигеҙендә республиканың инфраструктур бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн властың инвесторҙар менән үҙ-ара эшмәкәрлеге өсөн яңы алымдарҙы ғәмәлгә индереүҙе планлаштырабыҙ, – тине Рөстәм Моратов.  

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: