

Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.
"Баймаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығына дүрт махсус техника тапшырылды: фронталь тейәгес, МТЗ-82 һәм ике тейәгес-экскаватор. Улар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың төбәктәрҙә урамдарҙы, күп ҡатлы йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү эштәрен алып барыу өсөн транспорт сараһы менән тәьмин итеү буйынса күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырылды. Шуныһы һөйөнөслө, Баймаҡҡа махсус техника республикала иң беренсе булып тапшырылды. Беҙҙең районға республика Башлығы Радий Хәбировтың айырым иғтибар күрһәтеүе ҡыуаныслы, шуның өсөн дә уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Был техника беҙҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары өсөн бик тә кәрәк. Районға килгән дүрт техниканың өсәүһе - Баймаҡ коммуналь хужалығына, ә берәүһе “Водоканал” предприятиеһына биреләсәк".
Әйткәндәй, Фәнис Ғәбдрәшит улы яңы техникалар менән шәхсән танышып, үҙе лә руль артына ултырып ҡараны. Бында ҡеүәтле техникалар барында киләсәктә Баймаҡ урамдары таҙа, төҙөк һәм ҡыш көнө ҡарҙан таҙартылған булыуына ышаныс ҙур.
Фото һәм сығанаҡ: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.