Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов “Комсомольская правда” гәзитенә биргән интервьюһында Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында республика делегацияһының 50-нән ашыу осрашыу һәм һөйләшеүҙәр үткәрергә ниәтләүе тураһында һөйләне. Уларҙың һөҙөмтәһендә 30-ҙан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
«ДОМ.РФ» менән инфраструктура проекттарына 20 миллиард һум йәлеп итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы планлаштырабыҙ. Тәү сиратта улар Ағиҙел аръяғын үҫтереүгә, һуғыш ветерандарының яңы республика клиник госпитален төҙөүгә, Өфөлә 360 уҡыусыға иҫәпләнгән математика лицей-интернаты биналарын һалыуға йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ “Йыйылған игенде эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү” һәм “Етештереү-сервис үҙәген ойоштороу” инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса “Амкодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән инвестиция ниәттәре тураһындағы ҙур килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. 2023 йылдың мартында завод үҙенең тәүге продукцияһын сығарырға тейеш. Йәнә Төркиә компаниялары вәкилдәре менән осрашыуҙар ҡарала. Улар барышында “Алға” махсус иҡтисади зонаһында һәм “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә уларҙың предприятиеларын урынлаштырыу буйынса өс инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыласаҡ. Республика шулай уҡ Беларусь Республикаһы, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Иран һәм Ҡытай менән уртаҡ пландар бар”, – тине Рөстәм Моратов.
Беренсе вице-премьер әйтеүенсә, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмурт Республикаһы, Пермь крайы менән үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйыу ҙур әһәмиәткә эйә.
“Өс айҙан Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ғариза бирербеҙ, һәм был ҙур проект Башҡортостан өсөн генә түгел, шулай уҡ ошо үҙәккә инәсәк төбәктәр өсөн дә алға табан ҙур аҙым буласаҡ, тип ышанабыҙ. Инвестиция йәлеп итеү – республикабыҙ өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш, уның менән Башҡортостан Башлығы шәхсән шөғөлләнә. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ инвестиция буйынса 400 миллиард һумлыҡ сикте үттек. 2024 йылға бик мөһим бурыс тора – 650 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү, беҙ уны үтәрбеҙ, тип өмөтләнәм”, – тине Рөстәм Моратов.
Фото: bashinform.ru/news
Сығанаҡ: bashinform.ru/news