Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәрен “Пегас-Агро” предприятиеһында сығарылған заманса техника менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм “Пегас-Агро” компанияһының генераль директоры Светлана Линник ҡул ҡуйҙы.
Осрашыуҙа яҡтар агросәнәғәт өлкәһен яңыртыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен берлектә хәл итергә килеште.
– 2019–2021 йылдарҙа ғына республика аграрийҙары 28,6 миллиард һумлыҡ техника һәм ҡорамалдар һатып алған, – тине Илшат Фәзрахманов. – Төбәктәге агросәнәғәт комплексының техник паркы ошо йылдарҙа 10 мең берәмеккә тиерлек яңыртылды. Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу республика программаһы был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә, уның буйынса республика бюджеты сығымдың яртыһын ҡаплай. Быларҙың барыһы ла тармаҡта технологик ғәмәлдәрҙе йылдамыраҡ башҡарырға ярҙам итә.
Светлана Линник Башҡортостанды төп партнер тип атаны.
– Әлегә йылына меңгә яҡын машина сығарабыҙ, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта ике йыл эсендә Башҡортостан аграрийҙары ғына беҙҙән “Томан” модель рәтендәге үҙйөрөшлө 150 һиптергес һатып алды. Йыл аҙағына тиклем йәнә 50 техника һатып алырҙар, тип уйлайым. Тиҙҙән яңы заводты сафҡа индереп, йылына 2,5 мең машина сығара башлайбыҙ.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news