Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге яҙмаһында сауҙа үҫешен күҙаллап, был өлкәләге яңылыҡтар менән уртаҡлашҡан.
“Башҡортостанда 4,5 мең ауыл бар, уларҙа республика халҡының 40 проценты тиерлек йәшәй. Был мөһим социаль мәсьәләне күсмә сауҙаны үҫтереү – автолавкалар ярҙамында хәл итәсәкбеҙ.
Мобиль сауҙа алыҫ биләмәләрҙәге халыҡты көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Әммә ҡайһы бер райондарҙа эшҡыуарҙар өсөн бизнестың был төрө ваҡлап һатыу күләме бәләкәйлеге һәм автолавкаға сығымдарҙың күплеге һөҙөмтәһендә табышлы түгел.
Күсмә сауҙаны үҫтереү өсөн беҙ эшҡыуарҙарға автотранспорт алыуға сығымдарҙы 50 процентҡа тиклем компенсациялаясаҡбыҙ. Был 33 мең кеше йәшәгән 350 ауылды сауҙа менән тәьмин итергә һәм 25 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Был шәхси хужалыҡтарҙы үҫтергән продукцияларын гарантиялы һатыу механизмы иҫәбенә үҫешкә дәртләндерәсәк. Шуның менән бергә ауылдарҙа тормош кимәлен һәм сифатын яҡшыртасаҡбыҙ”.
Фото:VK. com