Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2022, 17:15

Андрей Назаров: “Амкодор” – көслө партнер”

Андрей Назаров холдинг менән килешеү төҙөү тураһында яҙып сыҡты.

Андрей Назаров: “Амкодор” – көслө партнер”
Андрей Назаров: “Амкодор” – көслө партнер”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Амкодор” холдингы менән килешеү төҙөү тураһында яҙып сыҡты.

“Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Амкодор” белорус холдингы менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ.

“Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә компания йыйылған игенде эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү заводы, ә Өфөнөң Октябрь районында ауыл хужалығы, коммуналь һәм башҡа техниканы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәге төҙөй. Ике проект буйынса инвестиция күләме 2,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. 200-ҙән ашыу эш урыны булдырыу планлаштырыла.

“Амкодор” – көслө партнер, һәм беҙ уның менән оҙайлы хеҙмәттәшлек яҡлыбыҙ. Декабрҙә Беларусь Республикаһына сәфәр ҡылғандан алып компания менән ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Шул мәлдән һуң холдинг вәкилдәре сәфәре менән беҙгә килде. Башҡортостандың инвестиция ҡеүәтен улар юғары баһаланы. Шуға күрә завод һәм сервис үҙәге төҙөүҙән тыш, беҙ берлектәге тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында һөйләшеп килештек. Был республика иҡтисадына инвестиция йәлеп итергә, эш урындары булдырырға булышлыҡ итәсәк һәм төбәк өсөн башҡа мөмкинлектәр асасаҡ”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: vk.com/wall555400080_841

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_841

Андрей Назаров: “Амкодор” – көслө партнер”
Андрей Назаров: “Амкодор” – көслө партнер”
Андрей Назаров: “Амкодор” – көслө партнер”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: