Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының тәүге көнөндәге тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Илебеҙҙең бик күп төп предприятиелары, корпорациялары һәм компаниялары, Рәсәй төбәктәре бында үҙ стендарын тәҡдим итә. Кимәл юғары, барыһының да үҙҙәренә генә хас ҡаҙаныштары бар.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына нисек әҙерләнеүен айырып билдәләргә тейешмен.
Радий Хәбировтың командаһы һуңғы йылдарҙа Башҡортостанды: ауыр һәм еңел сәнәғәтте, бәләкәй һәм урта бизнесты, инвестиция шарттарын үҙгәртте. Был Башҡортостан стендында яҡшы күренә: бында республиканың ҡеүәте, уның биләмәһендә тормошҡа ашырырлыҡ проекттар менән танышырға мөмкин. Мәҫәлән, виртуаль ысынбарлыҡ павильоны һеҙҙе бөтөнләй башҡа локацияларға күсерә. Форумда инвесторҙар республика Хөкүмәте менән байтаҡ килешеү төҙөр, тип ышанам”, – тип яҙған Андрей Шпиленко.
Фото: vk.com/wall663566365_358
Сығанаҡ: vk.com/wall663566365_358