Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2022, 22:30

БСК проекттары тикшерелде

Уларҙың күпселеге тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоно кәметеүгә йүнәлтелә.

БСК проекттары тикшерелде
БСК проекттары тикшерелде

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров һәм Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдов Петербург иҡтисади форумының эшлекле программаһы сиктәрендә компанияны үҫтереүҙең стратегик программаһына ингән инвестиция проекттары буйынса фекер алышты.

Компанияны үҫтереүҙең стратегик программаһы проекттарының күпселеге предприятие эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеүгә йүнәлтелә. БСК белгестәре шлам туплағыс “аҡ диңгеҙҙәр”ҙе рекультивациялау буйынса ҙур проект әҙерләгән. Әле проект “Росприроднадзор”ҙа тикшереү үтә. Ул раҫланғандан һуң компания проектты тормошҡа ашыра башлаясаҡ.

БСК-ның Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектәге йәнә бер проекты –  каустик сода һәм хлор етештереүҙә мембраналы электролизға күсеү. Бер йыл элек Петербург иҡтисади форумында Башҡортостан сода компанияһы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында ошо күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса ниәттәр тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.  Проектты ғәмәлгә ашырыу төбәк иҡтисадына ыңғай йоғонто яһау, яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.

– Проекттың мөһимлеге каустик сода һәм хлор етештереүҙең иҫкергән технологияһын замансаға алмаштырыу зарурлығына бәйле. Терегөмөшлө һәм диафрагмалы электролиз урынына мембраналы электролизға күсеү етештереү ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Был үҙ сиратында персоналдың эш шарттарында ла ыңғай сағылыш табасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте БСК проекттарын, айырыуса экологик проекттарҙы хуплай, сөнки халыҡты был тема айырыуса борсой. Беҙ йәшәү өсөн лайыҡлы шарттар тәьмин итергә тейешбеҙ, – тине Андрей Назаров.

Осрашыуҙа Эдуард Давыдов, Көнбайыштың санкция баҫымына бәйле иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, предприятие етештереү күләмен кәметмәйенсә, һөҙөмтәле эшләүен дауам итә, тип билдәләне. Шулай уҡ предприятиела коллектив договорҙа ҡаралған барлыҡ социаль гарантиялар ҙа һаҡланған.

– Башҡа ҙур компаниялар кеүек үк, беҙ ҙә ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар менән осрашабыҙ, әммә уларҙы уңышлы еңеп сығабыҙ, – тине Эдуард Давыдов. – Беҙ республика Хөкүмәтенә инициатива күрһәткән өсөн рәхмәтлебеҙ һәм артабан да төбәккә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.

 

БСК проекттары тикшерелде
БСК проекттары тикшерелде
БСК проекттары тикшерелде
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: