Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Евразия Агрологистикаһы” агросәнәғәт эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы араһында килешеү төҙөлдө. Килешеүҙең маҡсаты – Евразия иҡтисади союзы илдәре менән берлектә тормошҡа ашырылған “Агроэкспресс” тиҙләтелгән тимер юл һәм мультимодаль йөк ташыу проекты нигеҙендә Башҡортостан биләмәһендә күмәртә-бүлеү үҙәген асыу буйынса хеҙмәттәшлек итеү. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “Евразия Агрологистикаһы” ойошмаһының генераль директоры Алевтина Кириллова ҡул ҡуйҙы.
“Агроэкспресс” проекты “Рәсәй тимер юлдары Логистика” һәм “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәттәренең тиҙләтелгән контейнерлы поездар ярҙамында Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Иранға, Ҡытайға һәм Яҡын Көнсығышҡа Рәсәйҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте оҙатыу буйынса махсус сервисты тәшкил итә. “Евразия Агрологистикаһы” Башҡортостанда күмәртә-бүлеү үҙәген төҙөү һәм үҫтереү проектында, шулай уҡ логистик инфраструктура һәм эш урындары булдырыуҙа ҡатнаша.
Андрей Назаров әйтеүенсә, килешеү нигеҙендә Башҡортостан Хөкүмәте төбәктә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ, инвестиция проекттары менән бәйле мәсьәләләр буйынса консультация, методик һәм башҡа ярҙам күрһәтәсәк.
– “Агроэкспресс” инвестиция проектын тормошҡа ашырыу Башҡортостан иҡтисадына һигеҙ миллиард һум самаһы аҡса йәлеп итеү, шулай уҡ 100 эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине Премьер-министр. – “Төньяҡ-Көньяҡ” халыҡ-ара транспорт коридоры маршруттарында һәм башҡа йүнәлештәрҙә тышҡы сауҙа, транспорт һәм логистика өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ.
“Агроэкспресс” проекты заманса логистик технологиялар файҙаланылған тиҙләтелгән контейнерлы поездарҙың эшен даими ойоштороп, Рәсәйҙәге һәм Евразия иҡтисади союзы илдәрендәге транспорт-логистика һәм күмәртә-бүлеү үҙәктәрен һанлаштырыу юлы менән Ҡытайға, Үзбәкстанға, Вьетнамға, Әзербайжанға, Иранға һәм башҡа Көньяҡ-Көнсығыш, Үҙәк Азия илдәренә Рәсәйҙәге һәм Евразия иҡтисади союзы ағзалары булған дәүләттәрҙәге тауар етештереүселәрҙең ауыл хужалығы продукцияһы экспортын үҫтереүгә йүнәлтелә.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press