XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Туризм.РФ корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Туризм.РФ корпорацияһының генераль директоры Сергей Суханов ҡул ҡуйҙы.
Сарала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко ҡатнашты.
– Ил Президенты Владимир Владимирович Путин туристик инфраструктура булдырыуҙы тиҙләтергә ҡушҡайны, – тине Дмитрий Чернышенко. – Ошо бурысты әүҙем үтәгән төбәктәргә ҙур рәхмәт. Халыҡ илебеҙҙә ял итеү өсөн яҡшы шарттарға мохтаж. Беҙҙең тәбиғәткә тиңдәр юҡ. Уңайлы ял ойоштороу өсөн конкурентлы шарттар булдырырға ғына ҡалды. Бөгөн ошо мәсьәләлә иң мөһим төбәк – Башҡортостан Республикаһы менән килешеүгә ҡул ҡуябыҙ.
Документҡа ярашлы, яҡтар туризм өлкәһендә үҙ-ара оҙайлы эш итергә, эске һәм халыҡ-ара туристик баҙарҙарҙа конкурентлы туристик продукт булдырыу һәм уны танытыу өсөн шарттар булдырыу иҫәбенә Башҡортостанда тармаҡ инфраструктураһын һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтерергә килеште.
– Хәҙерге макроиҡтисади шарттарҙа Башҡортостанға туристар ағымының ярайһы уҡ артыуын билдәләргә кәрәк. Төбәктең үҙенсәлекле тәбиғәте Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән миллиондарса ҡунаҡты йәлеп итә. Шул уҡ ваҡытта туристик-рекреация тармағының стихиялы үҫергә тейеш түгеллеген дә аңлайбыҙ. Заманса инфраструктура һәм эйәрсән хеҙмәттәрҙең киң ассортименты бер яҡтан сәйәхәтселәр өсөн уңайлы һәм цивилизациялы ял шарттары булдырырға, икенсе яҡтан, республика тәбиғәтенең экологик тигеҙлеген һаҡларға мөмкинлек бирә, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам һәм юл буйы сервисын үҫтереү буйынса бер нисә сара тормошҡа ашырыла. Ә яңы килешеү тармаҡ бизнесын ойоштороу, туристарҙы күпләп йәлеп итеү өсөн төбәктең абруйын арттырыу йәһәтенән йәнә бер аҙым буласаҡ. Барыһын да ҡунаҡсыл республикабыҙға саҡырам.
“Туризм.РФ” генераль директоры Сергей Суханов дәүләттең “Туризм.РФ” аша инвесторҙарға объекттар төҙөгәндә ярҙам күрһәтеүе, һөҙөмтәлелектең план күрһәткесенә сыҡҡас бизнесмендарҙың дәүләт өлөшөн һатып алыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press