Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2022, 21:15

Хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре үҫтерелә

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре үҫтерелә
Хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре үҫтерелә

Газпромбанк һәм Башҡортостан Республикаһы төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү, уның иҡтисади һәм сәнәғәт ҡеүәтен нығытыу бурыстарын тормошҡа ашырғанда үҙ-ара эш итергә килеште. Яҡтар республикала уңайлы инвестиция шарттары булдырыуҙы, эшҡыуарлыҡ мөхитенең конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыуҙы һәм дөйөм йәшәү кимәлен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ошо туралағы килешеүгә Газпромбанк идараһы рәйесе урынбаҫары Александр Муранов һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.

– Газпромбанк финанс баҙарында көслө позиция биләй, ул шәхси банк хеҙмәтләндереүе, корпоратив финанслау һәм башҡа инвестиция банкингы өлкәләрендә активтарға идара итеү йәһәтенән Рәсәй лидерҙарының береһен тәшкил итә. Беҙ дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымдарын файҙаланып, Башҡортостанда инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ла Газпромбанк менән хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен үҫтерергә ниәтләйбеҙ, – тине Андрей Назаров.

Газпромбанк ағымдағы һәм инвестиция эшмәкәрлеген финанслауҙа, республика учреждениеларына комплекслы банк хеҙмәттәре күрһәтеүҙә ҡатнашасаҡ, ғәмәлдәге һәм яңы проекттар нигеҙендә инвестициға бәйле консультация биреү өлкәһендә иң яҡшы экспертизаны тәҡдим итәсәк.

– Газпромбанк һәм Башҡортостан Республикаһы араһында ныҡлы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде. Банк төбәктең социаль-иҡтисади өлкәһен үҫтереүҙә ҡатнаша, клиенттарының инвестиция проекттарына әүҙем булышлыҡ итә, ситтәге хеҙмәтләндереү каналдары аша халыҡҡа һәм “корпораттарға” заманса онлайн-хеҙмәттәрҙе үҫтерә, – тине банк идараһы рәйесе урынбаҫары Александр Муранов.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: