Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2022, 23:00

“Кешеләрҙе лайыҡлы шарттар менән тәьмин итергә теләйбеҙ”

Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, БСК һөҙөмтәле эшләүен дауам итә.

“Кешеләрҙе лайыҡлы шарттар менән тәьмин итергә теләйбеҙ”
“Кешеләрҙе лайыҡлы шарттар менән тәьмин итергә теләйбеҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан сода компанияһы проекттарын телгә алды.

“Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдов менән компанияның стратегик инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙек. Уларҙың төп өлөшө предприятие эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан сода компанияһында шлам туплағыс “аҡ диңгеҙҙәр”ҙе рекультивациялау буйынса проект әҙерләгәндәр. “Росприроднадзор”раҫлағандан һуң компания уны тормошҡа ашыра башлай.

Башҡортостан Хөкүмәте менән Башҡортостан сода компанияһы берлектә тормошҡа ашырған йәнә бер проект - каустик сода һәм хлор етештереүҙә мембраналы электролиз ысулына күсеү. Заманса ҡулайлама етештереү ҡеүәтен арттырырға һәм терегөмөшлө, диафрагмалы майҙансыҡтарҙы ябырға мөмкинлек бирәсәк. Был экологияны һәм эш шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, иҡтисадыбыҙҙа ыңғай сағылыш табасаҡ.

Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, предприятие һөҙөмтәле эшләүен дауам итә, хеҙмәткәрҙәр алдындағы бөтә социаль йөкләмәләрҙе һаҡлап ҡалған.

Башҡортостан Хөкүмәте БСК проекттарын хуплай, айырыуса экологиға ҡағылғандарын – беҙ граждандарыбыҙ өсөн лайыҡлы шарттар тәьмин итергә теләйбеҙ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: vk.com/wall555400080_843

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_843

“Кешеләрҙе лайыҡлы шарттар менән тәьмин итергә теләйбеҙ”
“Кешеләрҙе лайыҡлы шарттар менән тәьмин итергә теләйбеҙ”
“Кешеләрҙе лайыҡлы шарттар менән тәьмин итергә теләйбеҙ”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: