Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2022, 20:15

“Траст” банкы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ

Үҫештең төп йүнәлештәре иҫәбендә - ҡош итенән етештерелгән продукция күләмен арттырыу.

“Траст” банкы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ
“Траст” банкы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Траст” профилһеҙ активтар банкы идараһы рәйесе Александр Соколов республикалағы агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө проекттарын тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Үҫештең төп йүнәлештәре иҫәбендә - ҡош итенән етештерелгән продукция күләмен, ассортиментын арттырыу һәм сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ яңы эш урындары булдырыу.

– Республика малсылыҡ һәм һөт продукцияһын етештереү өлкәһендә ҙур индустриаль агрохолдингтар ойоштора. Башҡортостанда “Таврос”, “Северная Нива Башкирия”, “Урожай” компаниялары уңышлы эшләй. Өс-дүрт йыл элек беҙҙә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге буш ерҙәр байтаҡ ине. Әле уларҙың барыһы ла тиерлек әйләнешкә индерелгән, – тине Радий Хәбиров килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң. – “Траст” банкы етәкселеге менән артабанғы хеҙмәттәшлектең бер нисә перспективалы йүнәлешен ҡараныҡ. Республиканың ҡошсолоҡ предприятиелары яҡшы күрһәткестәргә эйә һәм һөҙөмтәле эшләй. Беҙ уларҙы артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙек.

Әйткәндәй, Башҡортостандың иң ҙур агросәнәғәт холдингы – “Русское Зерно Өфө” компаниялар төркөмө “Траст” банкы идаралығына ҡарай. Компаниялар төркөмөнә ҡош ите, йомортҡа һәм тәрән эшкәртелгән продукция етештереүселәр инә.

– Бөгөнгө килешеү менән беҙ Башҡортостанда малсылыҡ активтарын үҫтереү стратегияһын нығыттыҡ. Еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа тәү сираттағы бурыс – халыҡты аҙыҡ-түлек менән етерлек күләмдә һәм арзан хаҡҡа өҙлөкһөҙ тәьмин итеү. Шулай уҡ етештереү ҡеүәтен арттырып һәм яңыртып, предприятиеларыбыҙ яңы эш урындары ла булдыра, – тине “Траст” банкы президенты – идара рәйесе Александр Соколов.

“Траст” банкы шулай уҡ предприятиеларҙың экологик программаларын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, “Турбаҫлы бройлеры” фабрикаһы майҙансығында 2021 йылда бысраҡ һыуҙы таҙартыу ҡоролмалары төҙөлдө. Башҡортостан Хөкүмәте ошо проектҡа сығымдың бер өлөшөн субсидияланы. Бынан тыш, фабрикала яңы биологик таҙартыу ҡоролмаларын төҙөй башланылар. Улар быйыл сафҡа индерелә.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: