Петербург иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Триа Девелопмент” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республикабыҙҙа биш отелдән торған ҡунаҡхана комплексы төҙөү тураһындағы килешеү төҙөнө. Ул бер проектҡа 200 миллион һум инвестиция йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота.
Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов һәм “Триа Девелопмент” йәмғиәтенең генераль директоры Константин Гусельников ҡул ҡуйҙы.
– Компания республика биләмәһендә дөйөм файҙаланыуҙағы федераль автомобиль юлдары буйында уникаль бренд аҫтында берҙәм ҡунаҡхана селтәре ойоштормаҡсы. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 100 эш урыны булдырыласаҡ, – тине Рөстәм Моратов.
Проект төбәк биләмәһендә туризмды үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелә. Килешеүҙе тормошҡа ашырыу республикаға бер миллиард һум күләмендә инвестиция йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press