Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Sputnik Беларусь мультимедиалы матбуғат-үҙәгенә эксклюзив интервью бирҙе. Коллектив Көнбайыш санкциялары шарттарында Белоруссияның Рәсәй Федерацияһы төбәктәре менән интеграция процестарын үҫтереүе Союз дәүләте сиктәрендә стратегик әһәмиәткә эйә.
Һуңғы ваҡытта Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек тағы ла әүҙемләште. 2021 йылдың аҙағында, Белоруссия президенты Александр Лукашенко менән осрашыуҙа үҙ-ара эш итеүҙең төп осорҙары билдәләнгәс, төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Беларусь Республикаһына сәфәре ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлеккә яңы этәргес бирҙе. Белоруссия һәм Башҡортостан компаниялары хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Ағымдағы йыл башында килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан коммуналь һәм ауыл хужалығы техникаһы партияһын алды. Беларусь менән Башҡортостандың артабанғы хеҙмәттәшлеге нисек үҫешәсәк? Ниндәй йүнәлештәр перспективалы тип иҫәпләнә? Ни өсөн республиканы Рәсәй ынйыһы тип атайҙар, һәм эске туризмды нисек үҫтереү планлаштырыла? Радий Хәбиров был һорауҙарға яуап бирҙе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан менән Беларусь араһындағы тауар әйләнеше күләмен ярты миллиард долларға тиклем еткерергә тигән план бар. Әле был күрһәткес йылына 295 миллион доллар тәшкил итә, ә уны ярайһы уҡ арттырыу тәҡдиме менән дуҫ ил президенты Александр Лукашенко сығыш яһаны.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Беларусь – Башҡортостан өсөн мөһим партнер. Был илдең иҡтисад структураһы оҡшаш, Башҡортостанда ла, Беларуссияла ла ауыл хужалығы, машиналар эшләү тармағы үҫешкән.
“Белорус предприятиелары бик юғары компетенцияларға эйә һәм беҙҙең бурысыбыҙ – был компетенцияларҙың республикабыҙҙа ла барлыҡҡа килеүендә”, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, бөгөнгө хәл Башҡортостанға һәм Беларусь Республикаһына яҡынайыу өсөн уникаль мөмкинлек бирә һәм уны файҙаланырға кәрәк.
Туризм темаһына туҡталып, ул ике яҡлы туристик алмаш тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Радий Фәрит улы эске туризмды үҫтереүҙе Башҡортостан менән Беларусь араһындағы хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип атаны.
Башҡортостан Белоруссия халҡын үҙенең тәбиғәте һәм шифаханалары менән йәлеп итә. Үҙ сиратында, дуҫ дәүләттә булған республика туроператорҙарын боронғо замоктар, кулинар туризм, үҙенсәлекле тәбиғәт объекттары, мәҫәлән, Беловежье шырлығы ҡыҙыҡһындырҙы. Халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығына арналған мемориаль комплекстарға ла иғтибар ғәйәт ҙур. Шуға бәйле илһөйәрлек туризмын үҫтереү айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Беларусь Республикаһының Мәғариф министрлығы менән килешеү төҙөргә ниәтләйбеҙ. Белорус балалары Башҡортостанға һауыҡтырыуға килһен, ә Башҡортостан йәштәре беҙҙең уртаҡ патриотик мираҫыбыҙ менән танышһын, тигән теләк тә белдерелде.
Башҡортостан Минск менән тура авиабәйләнеште тергеҙеү менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне төбәк Башлығы. Республика хатта башланғыс этапта граждандар йөрөй алһын өсөн авиарейсты дотацияларға әҙер.
Радий Хәбиров республикабыҙ Белоруссияла етештерелеп унан һатып алған коммуналь техниканың (фронталь тейәгестәр, тракторҙар һәм башҡалар, йәмғеһе 34 берәмек) сифаты тураһында ыңғай фекер белдерҙе.
“Мин был техникала эшләгән механизаторҙар, техника алған ҡала башлыҡтары менән һөйләштем. Улар уны бик маҡтай. “Амкодор” предприятиеһында булдым, уны нисек йыйыуҙарын күрҙем, техника беҙҙең өсөн бик аңлайышлы. Хәҙер беҙ 2023 йылға һатып алыуҙар планы төҙөйбөҙ һәм ошо йүнәлештә эшләүҙе дауам итербеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Яңы техника хеҙмәтләндереүгә мохтаж, шуға бәйле “Амкодор” етәкселеге менән Башҡортостанда сервис үҙәге төҙөү тураһында һөйләшеп килешелгән, ошо маҡсатҡа ер участкаһы бүленгән, тип билдәләне Радий Хәбиров. Бында Беларусь Республикаһында әҙерлек үткән республика белгестәре эшләйәсәк. Башҡа төрлө техника: троллейбустар, газ-мотор яғыулығында эшләгән экологик транспорт һатып алыу, төбәктә тракторҙар йыйыуҙы ойоштороу планлаштырыла.
Фото: bel.sputnik.by