Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Автодор” дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашты. Көн тәртибендә – республика биләмәһендә тиҙлекле М-12 Мәскәү–Екатеринбург автомобиль юлын төҙөү проекты.
Мәғлүм булыуынса, М-12 Мәскәү – Ҡазан магистрален Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Екатеринбургҡа тиклем оҙайттылар. Проектҡа ғәмәлдәге федераль юл селтәрен реконструкциялау һәм 275 километрлыҡ Дүртөйлө – Ачит участкаһын төҙөү инә. Яңы трассаның 140 километры Башҡортостан биләмәһенән үтә. Төбәк юлында ике юл айырсаһы, 19 күпер һәм дүрт юл үткәргес төҙөү планлаштырыла. Ағиҙел йылғаһы аша 800 метрлыҡ күпер һалыу иң ҡатмарлы ҡоролма буласаҡ.
Проектҡа ярашлы, төҙөлөш өсөн биләмә әҙерләнә, инерт материалдарҙың сеймал базаһы туплана. Бер үк ваҡытта Баш дәүләт экспертизаһы өсөн документтар тултырыла.
– Башҡортостан Рәсәйҙең көнбайыш һәм үҙәк өлөшөн көнсығышы менән тоташтырған юлдарҙың ҙур өлөшөн үҙ эсенә ала. Улар – М-5 һәм М-7 федераль трассалары, шулай уҡ яңы М-12 магистрале. 2024 йылға республиканың юлдар селтәре сифат йәһәтенән яңы кимәлгә сығасаҡ, – тине Вячеслав Петушенко.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ойоштороу эшен республика график буйынса башҡара. Яңы магистраль өсөн Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондарында ер бүленгән, шулай уҡ трасса эргәһендә төҙөлөш материалдары сығарыу өсөн карьерҙар билдәләнгән.
Трассаның яңы участкаһын сафҡа индереү транспорт һәм туризм өлкәһен, юл буйы сервисын үҫтереүгә, эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк.
“Автодор” дәүләт компанияһы етәксеһе Вячеслав Петушенко тағы ла бер транспорт проекты – Көньяҡ-Көнбайыш хорда тураһында һөйләне. Ул Екатеринбургтан Ҡара диңгеҙ ярына тиклем дауам итергә тейеш. Башҡортостанда был юғары тиҙлекле юл селтәрен төҙөү, транзит ҡеүәтен арттырыуға һәм хәрәкәт хәүефһеҙлеген, уңайлығын тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press