Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2022, 18:45

Заправкалау станцияларын арттырыу мәсьәләһе тикшерелде

Андрей Назаров “Газпром газ-мотор яғыулығы” йәмғиәте генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Денис Корниенко менән осрашты.

Заправкалау станцияларын арттырыу мәсьәләһе тикшерелде
Заправкалау станцияларын арттырыу мәсьәләһе тикшерелде

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Газпром газ-мотор яғыулығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Денис Корниенко менән осрашты. Эш кәңәшмәһендә Башҡортостанда автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары төҙөү буйынса инвестиция проекттарын арттырыу мәсьәләһе тикшерелде.

– Башҡортостан – газ менән заправкалау станциялары һаны буйынса илдә алдынғыларҙың береһе. Республикала улар – 41. Шул иҫәптән  шәхси инвесторҙың – 16, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең – туғыҙ станцияһы һәм “Газпром газ-мотор яғыулығы” йәмғиәте тарафынан файҙаланылған 16 заправка бар. Беҙ яңы станциялар төҙөргә теләйбеҙ, һәм “Газпром газ-мотор яғыулығы”на Башҡортостанда сафҡа индерелгән заправкалар һанын йыл һайын бишәүгә тиклем арттырырға тәҡдим итәбеҙ, – тине Андрей Назаров.

Республика Хөкүмәте етәксеһе әйтеүенсә, 2022 йылға Башҡортостан бюджетында ошо йүнәлеште үҫтерергә теләгән компанияларға субсидия биреүгә 360 миллион һум ҡаралған. Был 10 станция төҙөү мөмкинлеген бирергә тейеш. “Газпром газ-мотор яғыулығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Денис Корниенко Башҡортостан Премьер-министрының тәҡдимен хупланы.

– Үҫеш программаһын әҙерләргә һәм киләһе йылдарҙа станциялар күләмен 10-ға еткерергә кәрәк. Сервис хеҙмәте күрһәтеү ҙә йылдам булырға тейеш, – тине Денис Корниенко.

Йыл аҙағына тиклем “Газпром газ-мотор яғыулығы” йәмғиәте Өфө районында, Жуков һәм Кириллов ауыл советтарында, М-5 “Урал” федераль автомобиль юлы буйында ике заправкалау станцияһын сафҡа индерергә ниәтләй. Әле ер участкалары бүленгән, ҡорамалдарға килешеү төҙөлгән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 418 мең һум самаһы тәшкил итә.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: