Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты Ҡасим-Жомарт Токаев менән осрашты. Улар республика Хөкүмәте ағзалары ҡатнашлығында сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, инвестиция һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу буйынса фекер алышты.
Ҡасим-Жомарт Токаев әйтеүенсә, Ҡаҙағстандың Рәсәй менән стратегик партнерлығында Башҡортостан айырым урын биләй. Дәүләт башлығы Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәренең эҙмә-эҙлекле үҫеүен билдәләне.
“Беҙ Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында эшлекле хеҙмәттәшлек өсөн аныҡ проекттар төҙөү һәм үҫтереү яҡлыбыҙ. Шуға күрә һеҙҙең компанияларығыҙҙың етәкселәрен Ҡаҙағстанға саҡырам. Беҙ шарттар булдырырбыҙ. Һеҙҙең яҡтан индустриаль ҡеүәтте иҫәпкә алып, ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим ителһә, һәйбәт эшләрбеҙ, тип уйлайым”, – тине Ҡаҙағстан Президенты.
Уның билдәләүенсә, Башҡортостан Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлеген нығытыуға тос өлөш индерә. Әле төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеү өсөн ҙур ҡеүәт бар.
Үҙ сиратында Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президентына осрашыу өсөн рәхмәт әйтте һәм ошо ил менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең стратегик мөһимлеген билдәләне.
“Башҡортостан Ҡаҙағстан бизнесы менән эште дауам итергә ныҡлы ниәтләй. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Был ваҡыт эсендә беҙ ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Ҡаҙағстанға сәфәр барышында бер нисә килешеү төҙөлгәйне. Уларҙың барыһы ла үтәлде. Тәү сиратта үҙ-ара мөнәсәбәттәр инфраструктураһын төҙөнөк. Тауар әйләнеше йылдан-йыл арта. Әле ул яҡынса 430 миллион доллар тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта 2008 һәм 2009 йылдарҙы ла яҡшы хәтерләйбеҙ. Ул осорҙа тауар әйләнеше 800 миллион доллар кимәлендә булғайны. Ошондай мөмкинлек бар һәм беҙ файҙаланырға тейешбеҙ, тигән фекерҙәмен”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә Ҡаҙағстан Президенты менән осрашыу тураһында яҙып сыҡты.
“Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы эштең икенсе көнөндә Ҡаҙағстан Президенты Ҡасим-Жомарт Токаев менән артабанғы хеҙмәттәшлегебеҙҙе тикшерҙек.
Ҡаҙағстан – халыҡ-ара күләмдә республикабыҙҙың мөһим партнеры. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ғына беҙҙең аралағы сауҙа күләме 430 миллион долларға еткән. Тауар әйләнешен үҫтереү өсөн ҙур ҡеүәт бар.
Был йәһәттән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнән күп нәмә көтәбеҙ. Бындай төркөмдө ойоштороу тураһында Башҡортостан делегацияһының Ҡаҙағстанға сәфәре барышында һөйләшеп килешкәйнек. Уның тәүге ултырышы ғинуарҙа Өфөлә үтте.
Уртаҡ проекттар күп, шул иҫәптән сәнәғәт, сауҙа һәм башҡа өлкәләрҙә. Башҡортостан сода компанияһы ҡатнашлығында Павлодарҙа химия кластерын асыу перспективаһы ҙур. Сибайҙа үткән Инвестиция һабантуйында Ҡаҙағстан предприятиелары менән бер нисә килешеү төҙөлдө. Артабан да һөҙөмтәле эшләүҙе планлаштырабыҙ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov