Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2022, 12:30

“Ҡатмарлы проект менән ғорурланабыҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте ВТБ төркөмө менән хеҙмәттәшлек итә.

“Ҡатмарлы проект менән ғорурланабыҙ”
“Ҡатмарлы проект менән ғорурланабыҙ”

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте менән ВТБ төркөмө хеҙмәттәшлек тураһында меморандум төҙөнө. Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм ВТБ Президенты – идара рәйесе Андрей Костин ҡул ҡуйҙы. Меморандумға ярашлы, дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә социаль һәм юл инфраструктураһы проекттарын берлектә тормошҡа ашырыу күҙаллана. Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын һалыу ошондай эштең тәүге етди тәжрибәһе булды.

– Был Волга буйы федераль округындағы иң күләмле инфраструктура проектын һәм Рәсәйҙә иң ҙур проекттарҙың береһен тәшкил итә. Бик ҡатмарлы проект менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын төҙөү барышы тураһында фекер алыштыҡ. Быйылға планлаштырылғандан күберәк эш башҡарҙыҡ. Төҙөлөшкә бүленгән аҡсаны, ғәҙәттә, “уңға” күсереүҙәренә ҡарамаҫтан, “һулға” күсереүҙе һорап, Хөкүмәткә бергәләп мөрәжәғәт итергә килештек. ВТБ төркөмө менән бергә ошо проектты ваҡытында тамамларбыҙ, тип ышанам.

ВТБ президенты – идара рәйесе Андрей Костик дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү йәһәтенән Башҡортостан менән эш тәжрибәһен юғары баһаланы.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

“Ҡатмарлы проект менән ғорурланабыҙ”
“Ҡатмарлы проект менән ғорурланабыҙ”
“Ҡатмарлы проект менән ғорурланабыҙ”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: