Былтыр Рәсәй көнө алдынан республикаға ун троллейбус бүленгәйне. Шуларҙың береһе Стәрлетамаҡҡа килтерелде. Яңы троллейбус ҡаланың 6-сы маршрутын хеҙмәтләндерә. Ул бер йыл эсендә үҙен аҡланы ла. Ҡала пассажирҙары тарафынан тик йылы һүҙҙәр ишетелеп тора. Уңайлы ла был транспорт, файҙаланыуҙа осһоҙ ҙа. Иң мөһиме: сымһыҙ булғас, тығындарҙа ултырмай, үтә лә китә.
Әйткәндәй, әлеге “Горожанин” исемле троллейбус үҙебеҙҙә – Башҡортостанда етештерелгән. Уны Минск автомобилдәр заводы менән берлектә Өфө трамвай-троллейбус заводы эшләгән. Транспорттың башҡаларҙан айырмаһы ла бар – ул электр сымына тоташмайынса ла 20 километр аралыҡтағы юлды үтә ала. Инвалидтарға уңайлы булһын өсөн иҙәнен тәпәш итеп эшләгәндәр, салоны киң һәм тулыһынса хәүефһеҙлек булдырылып, техника эстән дә, тыштан да күҙәтеү камералары менән тәьмин ителгән.
Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы начальнигы Леонид Конев белдереүенсә, бындай троллейбустар бигерәк тә линияла ток юғалғанда, шулай уҡ тығын ваҡыттарында (быға тиклем троллейбустар, мәҫәлән, аварияларҙы урап үтә алмай ине) уңайлы транспорт булып ҡала. Пассажирҙарға электр биргәндәрен дә, тығындар бөткәнен дә көтөп ултырырға тура килмәй.
Стәрлетамаҡ урамдарына көн дә 70 троллейбус һәм 35 автобус маршрутҡа сыға, юл хаҡы республикала иң осһоҙҙарҙың береһе һанала. Шул уҡ ваҡытта троллейбус паркын бөгөндән яңыртыу проблемаһы ла тора. Был йәһәттән, ҡалаға быйыл тағы ун троллейбус бүлеү планлаштырыла. Башта бер берәмек техника тураһында һүҙ барһа ла, ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизовтың шәхсән тырышлығы менән был һан унға еткерелде.
- Рәмил МАНСУРОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы